+23 °С
Ясна
Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында 375 урынға тәғәйенләнгән мәктәп төҙөлөшө дауам итә. Өсөнсө ҡаттың кирбесен һалыу 90 процентҡа үтәлгән, подвалда инженер селтәрҙәре, канализация эше тамам, беренсе һәм икенсе ҡатта электр уты үткән, аҙыҡ-түлек блогы стеналары штукатурланған. Мәктәп яны биләмәһен, стадионды төҙөкләндереү эше лә бара.
Фото һәм мәғлүмәт Баймаҡ районы башлығы Ф.Әминевтың битләүенән алынды.