АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
6 Июнь 2022, 09:00

Көҙгә газға тоташасаҡтар

“Газпром газ бүлеү Өфө”йәмғиәтенең Сибайгаз бүлексәһе эшселәре Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылында газ үткәреү менән мәшғүл. 64 йорттан торған бәләкәй генә ауылдың 25 хужалығы йортарына газ үткәреүгә заявка биргән. --Әлеге ваҡытта Заманов урамына газ үткәргес соҡорҙары ҡаҙып, полипропилен торбалар һуҙабыҙ. Үткәргес ер аҫтынан һалына, һәр йортҡа тоташыу урыны ҡалдырыла,--тип эш барышы менән таныштырҙы Сибайгаз предприятиеһы мастеры Азамат Дияров.-Август айына ҡәҙәр ауылдың Исрафилов урамында ла ошондай уҡ эштәрҙе атҡарып сығыу бурысы тора. Йылытыу миҙгеле башланыуға йорттар зәңгәр яҙғыулыҡҡа тоташырға тейеш.

Көҙгә газға тоташасаҡтар
Көҙгә газға тоташасаҡтар

Мастер Азамат Салауат улы әйтеүенсә, тәбиғи газ әлегә Басайға тиклем юғары баҫымлы газ үткәргесе аша килә. Ул Иҫәнбәткә етһен тағы 3 саҡрым һуҙырға кәрәк. Артабан урында пункт булдырыла. Ауыл урамдарына иһә 2 саҡрым арауыҡҡа газ үткәрелә.

-Ир-егеттәр бик уңған. Иртәгән алып кискә ҡәҙәр бер туҡтамай эшләйҙәр,--тип газ үткәреүселәрҙең эшен маҡтай ауылдың аҡһаҡалы, 87 йәшлек Ҡорбанғәле Илбулов.-Газ килеүен бик оҙаҡ көттөк. Беҙҙең дә кешесә шарттарҙа йәшәге килә.

Ысынлап та, эшселәр бурыстарына намыҫ менән ҡарай. Водителдәр Фаил Иҫәнбаев, Әхмәҙулла Ҡөмөшҡолов техникаларында материалдар ташый. Электр-газ иретеп йәбештереүселәр Фәнил Рәхмәтуллин, Илнур Мәҡсүтов торбаларҙы бер-береһенә тоташтыра. Тышҡы торба үткәргестәр монтажсыһы Айҙар Атанғолов та бер минут та тик тормай.

Мастерҙары Азамат Дияров та бик булдыҡлы егет. Азамат Салауат улы әйтеүенсә, төбәгебеҙҙең барлыҡ ҡала һәм ауылдарын тәбиғи газға тоташыу эштәре ил Президенты Владимир Путин ҡарарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә атҡарыла. Газ торбалары үтмәгән ауылдар халҡына “Газпром газ бүлеү Өфө”йәмғиәтенә ғариза кәрәк . Бөтә ауылдан бер генә кеше ғариза яҙып мөрәжәғәт итһә лә тотош ауыл урамдарына газ торбалары һуҙылырға тейеш.

Әлеге ваҡытта Сибайгаз йәмғиәте Сибай ҡалаһының Арҡайым, Төнъяҡ ҡасабаларында, Баймаҡ районының Темәс, Таһир, Билал ауылдарында газ үткәреү менән мәшғүл. Унда предприятие эшселәренә Ырымбур өлкәһенең газ тармағы эшселәре ҙур ярҙам күрһәтә. Шулай уҡ Төркмән, Әхмәр ауылындарында ла эштәр дауам итә. Унда газ үткәреүгә подрядсы Ишкилде Ғафаровтың шәхси предприятеһы хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителгән.

**

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: һеҙ йәшәгән биләмәлә газ үткәргес бар, тик йортоғоҙға килеп етмәгән осраҡта, уны һеҙҙең йорт хужалығына тиклем түләүһеҙ еткерәләр (догазификация). Әммә ер участкаһындағы бөтә эштәр (газ ҡулланыу селтәрҙәрен үткәргән, газ ҡорамалдарын,газды иҫәпләү приборҙарын һатып алған һәм ҡуйған) өсөн граждандар үҙҙәре түләй.

**

Газды участкаға еткереүгә ғаризаны “Газпром газ бүлеү Өфө”нөң клиент үҙәктәрендә һәм күп йүнәлешле үҙәк офистарында шәхсән ҡалдырырға, сайттары аша ла бирергә мөмкин.

**

Башҡортостанда 2019 йылдан республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы буйынса льготалыларға торлаҡ йортҡа газ үткәреүгә сертификат алыу хоҡуғы биргән программа тормошҡа ашырыла. 2022 йылдың 1 мартына Башҡортостанда был программа буйынса 6601 сертификат бирелгән. Ҡасаба-ара газ үткәргестәр янындағы йорттарға бушлай газ индереү эштәре 2022 йылдың аҙағына тиклем тамамланырға тейеш.

**

Республика етәксеһе Указына ярашлы, 100 мең һумлыҡ сертификатты Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары һәм ҡатнашыусылары, хәрби хәрәкәттәр инвалидтары алыуға хоҡуҡлы, ә 60 мең һумлығы инвалидтарға, инвалид бала тәрбиәләгән һәм күп балалы ғаиләләргә бирелә. Һуңғылары араһындағы аҙ тәьмин ителгән граждандарға тәғәйен сертификат суммаһы 100 мең һум тәшкил итә. Матди ярҙамды алғандан һуң ике йыл эсендә ҡулланыу шарт.

**

Ағымдағы йыл башынан апрель айынаса Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ программаларын ғәмәлгә ашырыу буйынса идаралығы тарафынан дөйөм суммаһы 3,6 миллион һумға торошло 55 сертификат түләнгән. Быйылғы йылға республика бюджетынан әлеге маҡсатта 200 миллион һум аҡса бүленгән.

Шәхси йортоңа газ үткәреү буйынса сығымдарҙы (йәки уларҙың бер өлөшөн) ҡаплатыу өсөн Халыҡты социаль яҡлау үҙәгенә йәки Күп функциялы үҙәк бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

 

Көҙгә газға тоташасаҡтар
Көҙгә газға тоташасаҡтар
Көҙгә газға тоташасаҡтар
Көҙгә газға тоташасаҡтар
Автор:Гульдар Кадаева