АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
25 Апрель 2022, 16:30

СИКҺЕҘ ИЖАД БАЛҠЫШЫ

Хәйбулла районының «Юшан» халыҡ инструменталь ансамбле өсөн быйылғы йыл уңышлы булды: райондың ветерандар ойошмаһы менән берлектә «Башҡорт халҡының–мәҙәни мираҫы» проекты менән грант алыуға өлгәштеләр. Ошо проект сиктәрендә улар сәхнә костюмдары тектеҙе, музыка ҡоралдары - ҡурай, мандолина, ҡумыҙ, ҡыл ҡумыҙ, гармун һатып алды.

СИКҺЕҘ ИЖАД БАЛҠЫШЫ
СИКҺЕҘ ИЖАД БАЛҠЫШЫ

Күптән  түгел район мәҙәниәт йортонда Хәйбулла районы ауыл  биләмәләре араһында «Сикһеҙ ижад балҡышы»  исемле  республика фестиваль–конкурсының  йомғаҡлау концерты булып үтте.

Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойошторған «Мин яратам һине, тормош!» республика фестивале, йылда үткәрелеп килгән ижади бәйге, беҙҙең районда ла яҡшы традицияға, изге йолаға әүерелде. Өлкән быуындың ижади эшмәкәрлегенә йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итеү, уларҙың һәләтен үҫтерергә, талантлыларҙы асыҡлау маҡсатында үткәрелә был байрам. Шулай уҡ, ижади коллективтар араһында ныҡлы бәйләнеш булдырыу, милли мәҙәниәткә, фольклор традицияларына, халыҡ ижадына һөйөү тәрбиәләү, быуындар бәйләнешен нығытыуҙы үҙ өҫтөнә ала.

2012 йылда хеҙмәт ветерандарының әүҙемлеге, иницативаһы менән үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге янында ойошторолған «Юшан» халыҡ инструменталь ансамбле йылда был сарала сағыу номерҙары менән сығыш яһай. Ансамблгә һәр кем үҙенең күңел ҡушыуы буйынса йөрөй, улар һәр саҡ үҫеш, эҙләнеү һәм камиллашыу өҫтөндә даими эшләй.

 Ансамблдең төп маҡсаты халҡыбыҙҙың милли инструменттары, көйҙәре,  моңдары аша йәш быуында халыҡ ижадына һөйөү тәрбиәләү һәм  быуындар бәйләнешен тергеҙеү.

Коллектив  халыҡ моңона, сәнғәтенә, мәҙәниәтенә, быуындан-быуынға күскән мәҙәни мираҫына лайыҡлы дауам тәрбиәләй, хеҙмәт ветерандарыбыҙ, халҡыбыҙға рух, дәрт, илһам ҡанаты үҫтереүсе лә.

Беҙҙең сығыштың юғары кимәленә етеүендә ансамбль ветерандары мандолинала уйнаусы Эльвира Сәлмән ҡыҙы Бикбованың, ҡумыҙсылар Флүрә Ҡәйүм ҡыҙы Аралбаева, Рәйсә Ғәле ҡыҙы Фәхриева һәм башҡорт халыҡ көйҙәрен оҫта башҡарыусы Тәнзилә Ҡәйүм ҡыҙы Ҡыҙрасованың өлөшө бик ҙур, уларҙың һәр саҡ кәңәштәренә ҡолаҡ һалабыҙ һәм оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Быйылғы йыл «Юшан» халыҡ  инструменталь ансамбле өсөн бигерәк тә ҡыуаныслы булды: райондың ветерандар ойошмаһы менән берлектә «Башҡорт халҡының–мәҙәни мираҫы» проекты сиктәрендә грант алыуға өлгәштек. Ошо проект сиктәрендә, бөгөн беҙ сәхнә костюмдары тектереп, музыка ҡоралдарынан ҡурай, мандолина, ҡумыҙ, ҡыл ҡумыҙ, гармун  һатып алыдыҡ. Был, әлбиттә, беҙгә артабан да дәртләнеп эшләргә, илһамланып сығыш яһарға ҙур этәргес көс булып тора. Фестивалдә  ансамблдең репертуарынан «Тальян гармун», «Утарбай», «Әүһәләй», «Хәйбулла» һәм башҡа башҡорт халыҡ йырҙары һәм көйҙәренән  теҙмә башҡарылды.

Хеҙмәт ветерандарының таланттарын асыу маҡсаты менән ойошторолған фестиваль сығышы  бер тынала үтеп китте, сығыш яһаусылар бик ныҡлы әҙерләнеп килгән, хатта баһалама ағзалары өсөн бер аҙ ҡыйынлыҡтарҙа булды.

«Юшан» халыҡ инструменталь ансамбленең сығыштарын тамашасылар һәр ваҡыт көтөп ала, яңы сәхнә костюмдары, инструменттары менән сығыш яһауы беҙҙең өсөн бигерәк тә ҡыуаныслы булды. Зал тулы тамашасы сығышыбыҙҙы ихлас күңелдән ҡабул итте, беҙҙе баһалап диплом һәм бүләктәр  тапшырылды. Алдағы көндәрҙә  тағы ла яңы сығыштарыбыҙ менән ҡыуандырырбыҙ тигән өмөт менән изге айҙа ҡыуанышып таралыштыҡ.

Дәртле ҡурай, гармун, ҡумбыҙ тауыштары яңғырап торһон, халҡыбыҙҙың  моңо, ижады йәштәрҙең күңеленә барып етһен һәм улар киләсәктә ансамблдең лайыҡлы дауам итеүселәре булһын тигән өмөт менән йәшәйбеҙ.

«Юшан» халыҡ  инструменталь ансамбле етәксеһе Рәмилә Файзуллина.

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы.

 

Автор:Резеда Валиева