Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
14 Апрель 2022, 14:25

ОЖМАХ КҮРГЕҢ КИЛҺӘ...

Йылайыр районы Мәҡсүт ауылында буй еткергән Башҡортостандың атҡаҙанған йырсыһы Гөлсөм Бикбулатова: “Ожмах күргең килһә, кил һин Йылайырға”,--тип йырлағанын ишеткәнегеҙ барҙыр әле. Ысынлап та, тау-урамандарға һыйынып ҡына ултырған Йылайыр ере хозурлығы менән әсир итә. Сәмле халыҡ йәшәй Сәләхтә Бәрәкәтле Йылайыр ерендә урынлашҡан ыҡсым ғына Сәләх ауылы ла, 42 генә йорттан тороуына ҡарамаҫтан, иҫ киткес күркәм. Иң тәү сиратта йорт-ҡураларҙың төҙөклөгө күҙгә ташлана. Күрәһең, сәмле, ғәмле халыҡ йәшәй тигән уй баштан йүгерә. Кешеләре менән танышып һөйләшә башлаһаң, бының ысынлап та шулай икәнлегенә инанаһың. Сәләхтәр бер-ебереһе менән ярышып донъя көтә икән. Бәғзеләр былай ярышыуҙы насар ғәҙәткә, көнләшеүгә тиңләр ине... Юҡ, сәмдең, ғәмдең булыуы бик яҡшы сифат ул.

ОЖМАХ КҮРГЕҢ КИЛҺӘ...
ОЖМАХ КҮРГЕҢ КИЛҺӘ...

Йылайыр районы Мәҡсүт ауылында буй еткергән Башҡортостандың атҡаҙанған йырсыһы Гөлсөм Бикбулатова: “Ожмах күргең килһә, кил һин Йылайырға”,--тип йырлағанын ишеткәнегеҙ барҙыр әле. Ысынлап та, тау-урамандарға һыйынып ҡына ултырған Йылайыр ере хозурлығы менән әсир итә.
Сәмле халыҡ йәшәй Сәләхтә
Бәрәкәтле Йылайыр ерендә урынлашҡан ыҡсым ғына Сәләх ауылы ла, 42 генә йорттан тороуына ҡарамаҫтан, иҫ киткес күркәм. Иң тәү сиратта йорт-ҡураларҙың төҙөклөгө күҙгә ташлана. Күрәһең, сәмле, ғәмле халыҡ йәшәй тигән уй баштан йүгерә. Кешеләре менән танышып һөйләшә башлаһаң, бының ысынлап та шулай икәнлегенә инанаһың. Сәләхтәр бер-ебереһе менән ярышып донъя көтә икән. Бәғзеләр былай ярышыуҙы насар ғәҙәткә, көнләшеүгә тиңләр ине... Юҡ, сәмдең, ғәмдең булыуы бик яҡшы сифат ул. “Ниңә мин булдыра алмайыммы ни? Мин кемдән кәм?”,--тигән һорауҙы үҙеңә биреү үҫешергә, алға атларға, бер урында тапанмаҫҡа мөмкинлек бирә. Шуға ла сәмле сәләхтәрҙең йорттары балҡып тора: ҡыйыҡтары заманса ҡапланған, буяуҙары сағыу, ҡапҡа-ҡоймалары төҙөк, тигеҙ. Бик матур итеп семәрләп көпләнгән бер нисә өйҙөң ике ҡатлы, балконлы булыуы ла иғтибарҙы йәлеп итте.

 

МӘҠӘЛӘНЕҢ ТУЛЫ ВАРИАНТЫ 18 МАРТТА СЫҠҠАН 11-СЕ ҺАНДА.

Автор:Резеда Валиева