Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
6 Апрель 2022, 19:30

ЭХ, БАЛАҪЫ ЛА БАЛАҪЫ...

Билал ҡатын-ҡыҙҙары матур сараға йыйылды.

ЭХ, БАЛАҪЫ ЛА БАЛАҪЫ...
ЭХ, БАЛАҪЫ ЛА БАЛАҪЫ...

Бөгөн нәҡ ошо исем аҫтында Билал ауылында (Баймаҡ районы) сара үтте. Унда береһенән-береһе оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар йыйылды. Кемеһелер электән балаҫ һуға, бәйләй, кемеһелер яңы башлаған.

Мәҫәлән, 81 йәшлек Сәрүәр инәй Мөхәмәтйәнова ҡул эше менән бәләкәстән шөғәлләнә. Бөгөнгө балаҫ байрамына үҙе бәйләгән балаҫтарын алып килгән. 

70 йәшлек Таңһылыу Ғәйзуллина креслоларға балаҫтар бәйләгән. Ул да бәләкәстән бәйләүгә оҫта. "Пряжаларымды бөтөрәм дә башҡаса бәйләмәйем тип уйлайым да, түҙмәй кире башлайым",--ти ул.

65 йәшлек Зәһинә Ғайсина диванға, креслоға, скамейкаға япмалар бәйләй. "Бер-беребеҙҙән өйрәнеп бәйләйбеҙ. Ошоға тиклем муйынсаҡтар, селтәрҙәр, гөл һауыттары, сәскәләр эшләнек, әле ошо балаҫтар эшләй башланыҡ",--ти ул.

72 йәшлек Фирҙәүес Ҡаһарманова ла "Эх, балаҫы ла, балаҫы! " исемле сараға күҙ яуын алып торған балаҫын алып килгән.

Фатима Ғайсинаға--65 йәш. Ул станокта һуҡҡан балаҫын күргәҙмәгә ҡуйған. Бәйләү, сигеү, бисерҙар менән һәр төрлө биҙәүестәр эшләү уның яратҡан шөғөлө.

Матур сараны ойоштороусы һәм мәғлүмәт биреүсе китапханасы Райхана Булатоваға ҙур рәхмәт.

Автор:Резеда Валиева