АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
23 Февраль 2022, 21:05

Сәләмәт һәм айыҡ тормошҡа әйҙәйҙәр

Бөгөн Ватанды һаҡлаусылар көнөндә Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылы халҡы ошо ваҡиғаға арнап хәрби-тарихи тергеҙеү сараһы үткәрҙе. Сценарий буйынса, тирмәлә ултырған ырыуҙаштарға уйламағанда фарман килеп төшә. Тиҙ арала йыйылып, ҡоралланып, улар француздарҙы тар-мар итергә юллана. Яугирҙарҙы оҙатыу, яу яландарындағы алыштар, артылыштарға туҡтау, ял минуттары, еңеү яулап әйләнеп ҡайтыу, уларҙы ҡаршы алыу-барыһы ла сағылыш тапты бөгөнгө үҙенсәлекле сарала.

Сәләмәт һәм айыҡ тормошҡа әйҙәйҙәр
Сәләмәт һәм айыҡ тормошҡа әйҙәйҙәр

1812 йылдың 12 июнендә, бынан теүәл 210 йыл элек, Франция ғәскәрҙәре Рәсәйгә ҡаршы һуғыш башлаған. Башҡорттар был һуғышта ҡатнашып, дошманды еңеүгә ҙур өлөш индергән. Уҡ-йәйә менән ҡоралланған башҡорт яугирҙәрен боронғо грек алиһәһе амурға оҡшатып, Төньяҡ амурҙары тигән баһа ла ала ҡыйыу башҡорттар был һуғышта. Бөгөн Ватанды һаҡлаусылар көнөндә Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылы халҡы ошо ваҡиғаға арнап хәрби-тарихи тергеҙеү сараһы үткәрҙе. Сценарий буйынса, тирмәлә ултырған ырыуҙаштарға уйламағанда фарман килеп төшә. Тиҙ арала йыйылып, ҡоралланып, улар француздарҙы тар-мар итергә юллана. Яугирҙарҙы оҙатыу, яу яландарындағы алыштар, артылыштарға туҡтау, ял минуттары, еңеү яулап әйләнеп ҡайтыу, уларҙы ҡаршы алыу-барыһы ла сағылыш тапты бөгөнгө үҙенсәлекле сарала. Шуны билдәләп үтеү кәрәк, хәрби костюмдар ҙа, һөңгө, ҡалҡан кеүек ҡоралдар ҙа, һәм башҡа төрлө төрлө кәрәк-яраҡтар ҙа – барыһы ла ауыл халҡының үҙ көсө менән әҙерләнгән. Ауылдың уртаһында урын алған тирмә лә сараға бер йәм, мәртәбә өҫтәп ултырҙы. Тарихи йәһәттән оло мәғәнәгә эйә булған был сара ауыл халҡы өсөн ысын мәғәнәһендә сағыу ваҡиғаға әүерелде. Байрам көнөн бергәләп, бөтә ауыл менән күңелле һәм файҙалы итеп үткәрҙе вәзәмдәр. Афарин, Бәләкәй Арыҫланғолдарға!Берҙәм аҙымдар менән сәләмәт һәм тура тормошҡа дәррәү атлай улар!

 

#Айыҡауыл2021
#Трезвоесело2021
#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир



Сәләмәт һәм айыҡ тормошҡа әйҙәйҙәр
Сәләмәт һәм айыҡ тормошҡа әйҙәйҙәр
Сәләмәт һәм айыҡ тормошҡа әйҙәйҙәр
Сәләмәт һәм айыҡ тормошҡа әйҙәйҙәр
Автор:Гульдар Кадаева