АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
7 Ғинуар 2022, 09:00

"Эшләһәң, эш ҡарышмай"

«Эшләһәң, эш ҡарышмай», –ти Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов –Йылдағыса социаль объекттар төҙөлөшөнә һәм ремонтлауға айырыуса ҙур иғтибар бирелде. Мәғариф, мәҙәниәт һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе объекттарында күп эштәр башҡарылды, уларҙың ҡайһылары әле лә дауам итә.

"Эшләһәң, эш ҡарышмай"
"Эшләһәң, эш ҡарышмай"

Бының өсөн төрлө федераль һәм республика программалары сиктәрендә районға финанс ярҙам бүленде. Быйыл сағыштырмаса ҙур күләмдә юлдарға асфальт, ҡырсынташ түшәлде, Аҡъяр һәм Ивановка ауылдарында урамдарҙа яҡтыртҡыстар яңыртылды. Район үҙәгендә мәктәп, бассейн төҙөлөштәре йәнә тергеҙелде. Бүребайҙа физкультура-һауыҡтырыу комплексын төҙөү аҙағына яҡынлаша, ошо уҡ ауылда таҙартыу ҡоролмаларын ҡороу артабан да дауам итәсәк. Сиҙәм ауылы халҡы тулыһынса һыу менән тәьмин ителһә, Маҡан һәм башҡа тораҡ пункттарҙа был йүнәлештә эш дауам итәсәк.

Тәү сиратта 2021 йыл үҙенең күп төрлөлөгө менән хәтерҙә ҡаласаҡ. Йыл башында көслө бурандарҙан һуң ауылдарҙы ҡар ҡамауынан асыу мәсьәләһе ҡалҡты, бының өсөн махсус ауыр техника йәлеп ителде. Сөнки урыны менән бер нисә метр бейеклеккә барып еткән юлдарҙағы ҡар һырынтылары, температураның тиҙ арала үҙгәреүенә бәйле ҡаты “стенаға” әүерелде. Яҙ еткәс, ауыл хужалығы эшсәндәре сәсеү эштәрен уңышлы тамамлап, уңыштың яҡшы булырына өмөт итте. Әммә, мәғлүм булыуынса, орлоҡто ергә сәсеүҙән һуң бер тамсы ла ямғыр яуманы, һөҙөмтәлә Хәйбуллала көслө ҡоролоҡ күҙәтелде. Ул хатта районда үҫемселекте юҡ итеү ҡурҡынысы менән янаны. Быйыл йыйылған уңыш яҙ сәскән орлоҡтоң да хаҡын ҡапламай, шуға күрә район һәм республика етәкселеге ауыл эшсәндәренә орлоҡ һатып алыу, кредиттарын түләү буйынса ташламалар йә иһә уны ҡайтарыу ваҡытын бер аҙ кисектереү өсөн субсидиялар бүлеү буйынса эш алып барыла. Ҡоролоҡтан зыян күргән шәхси ихаталарҙа мал тотоусыларға ла бер ни тиклем дәүләт ярҙамы күрһәтелде.

Август айы дауамында районда урман янғындарына ҡаршы көрәш барҙы. Оло йәштәгеләр һөйләүенсә, бер үк ваҡытта бер нисә урында ҡупҡан һәм ҙур майҙанды ялмап алған бындай тәбиғи афәт беҙҙә булғаны юҡ. Ғәмәлдә урман янғындары район халҡының берҙәмлеге һәм уртаҡ көсө, республика етәкселегенең ярҙамы менән генә тулыһынса һүндерелде. Шулай уҡ райондың сәнәғәт предприя­тиеларының ғәйәт ҙур ярҙамы булды, уларҙың ҡеүәтле техникаһы һәм хеҙмәткәрҙәре лә “ҡыҙыл әтәс”те ауыҙлыҡлауға үҙ өлөшөн индерҙе.

2022 йылда район үҙәгендә мәктәп, бассейн, Бүребайҙа физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөштәрен тамамларға ниәтләйбеҙ. Бынан башҡа мәғариф объекттарын, шул иҫәптән Маҡан һәм Уфимка ауылдары мәктәптәрен ремонтлауҙы башларға планлаштырабыҙ. Шулай уҡ Аҡъяр, Маҡан, Яңы Ергән һәм башҡа ауылдарҙа халыҡты һыу менән тәьминәт мәсьәләһен хәл итеү мөһим. Әһәмиәтле бурыстар иҫәбенә ауыл хужалығын, тау сәнәғәте үҫешенә булышлыҡ итеү инә. Ауылдарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттары, мәҙәниәт йорттарын, күперҙәр төҙөү мәсьәләләре ҡараласаҡ. Киләһе йылдарҙа ла юлдарға, ауыл урамдарына асфальт һалыу, яҡтыртҡыстар ҡуйыу, электр, тәбиғи газ, мобиль элемтә үткәреү буйынса эштәр дауам итәсәк. Ағас ултыртыу, урмандарҙы тергеҙеү көнүҙәк булып ҡала.

 

Автор:Гульдар Кадаева