Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
6 Ғинуар 2022, 11:00

Йыл төрлө яҡтан һынаны

Өр-яңы 2022 йылға аяҡ баҫтыҡ. Уҙып киткән үгеҙ йылы төрлө сәйәси ваҡиғаларға, мәҙәни сараларға бай булды. Быларҙың барыһы ла йыл һөҙөмтәләрендә сағылыш таба. Урал аръяғы халҡы өсөн дә йыл еңелдән булманы. Был хаҡта район башлыҡтары урындағы гәзит хәбәрселәре менән уҙған йыл йомғаҡтары, киләсәккә пландар тураһында ҡорған әңгәмәләрендә белгертте. Гәзитебеҙҙең 2021 йылдың һуңғы 52-се һанында Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов менән әңгәмә донъя күрҙе. Яңы йылдың беренсе һанында иһә һүҙҙе Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла муниципаль райондары хакимиәттәре башлыҡтарына бирәбеҙ. Фәнис Әминев, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы:

Йыл төрлө яҡтан һынаны
Йыл төрлө яҡтан һынаны

--Был осор социаль-иҡтисади, сәйәси яҡтан тотороҡло булды. Яңы йылды баштан уҡ бөтә донъяны хәүеф аҫтында тотҡан коронавирус сиренә ҡаршы көрөште көсәйтеү маҡсатында район хакимиәтенең идарасы командаһы махсус бригада булдырҙы. Профилактик саралар, вакцинация уҙғарҙыҡ. Халыҡ сәләмәтлеге һағында тороусы һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә сикһеҙ рәхмәтлемен. Күгиҙел, Басай, Ярат, Йәрмөхәмәт ауылдарында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы яңы фельдшер-акушер пункттары асылды.

Йәйҙең ҡоро килеүе ауыл хужалығын көрсөккә терәне. Был тәңгәлдә беҙгә республика Хөкүмәте ҙур ярҙам күрһәтте: ҡоролоҡтан зыян күргән хужалыҡтарға республика бюджетының резерв фондынан 17 миллин 200 мең һум аҡса бүленде. Бынан тыш, ҡарышлауыҡҡа ҡаршы көрәшкә 4 миллион һум тирәһе ярҙам булды.

Төбәктә бер-бер артлы янғындар сыҡты. Беҙҙең райондың Татлыбай, Сибай һәм Ишмөхәмәт ауыл биләмәләрендә лә урман-ҡырҙарға ут тоҡанды. Дөйөм көс менән янғындарҙы һүндереп алыуға өлгәштек. Йыл аҙағы тағы беҙҙе ҡурҡыуға һалды: Беренсе Төркмән ауылының шәхси хужалыҡтарында малдар төйөнлө дерматит ауырыуына дусар булды. Бында ла ауырыу артабан таралмаһын өсөн көсөргәнешле эшләнек: урында 862 баш—эре, 641 баш ваҡ мал утилләштәрелде. Йыл аҙағында малдары ҡаза күреүселәргә компенсация түәләнә башланы. Ауылда тормош дауам итә, хоккей ҡумтаһы төҙөнөк, урамдарға өлөшләтә яҡтылыҡ үткәрелде, клубҡа ҡорамалдар һатып алынды.

Районда “зәңгәр яғыулыҡ” үткәреү мәсьәләһенә килгәндә Хәсән ауылында газ үткәреү эштәре дауам итә. Басай, Иҫәнбәт, Ярат, Темәс ауылының яңы урамдарына газ үткәреү буйынса проекттар бар. Хәсән ауылы темаһына ҡайтҡанда, бында 38 яҡтылыҡ лампаһы ҡуйырға кәрәк. Ауыл халҡы был тәңгәлдә әүҙемлек күрһәтеп, урындағы башланғыстарҙы яҡлау пргграммаһы аша урамдарҙы яҡтыртып алырға иҫәп тота.

Баймаҡ ҡалаһында балалар поликлиникаһы һалына. “Геострой” йәмғиәте уны быйыл сафҡа индерергә тейеш. Төҙөлөш материалдарына хаҡ күтәрелеү сәбәпле, проекттың хаҡы арттырылып 440,37 миллион һумға етте. Төҙөлөшкә ошо сумманың 68,13 миллион һумын республика бирһә, федераль бюджеттан 372, 24 миллион һум бүленәсәк.

Баймаҡ ҡалаһының “Труд” стадионында реконстукция эштәре ахырына яҡынлаша. Темәстә бассейн һәм физкультура-һауыҡтырыу комплексында төҙөлөш эштәре дауам итә. Быйыл Урғаҙа ауылы урамдарына һыу үткәреү күҙаллана.

Юлдарҙы төҙөкләндереүгә айырым иғтибар бүлдек. 2021 йылда муниципаль һәм республика ҡарамағындағы 23 саҡрым юлға асфальт түшәлде.

Һанай китһәң башҡарылған эштәр бик күп. Тормошҡа ашыра торғандары ла бихисап. Шуға ла яңы йылда алға ҡуйылған маҡсаттарға ирешербеҙ тип ышанам.

Автор:Гульдар Кадаева