Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
14 Октябрь 2021, 15:30

Йылайырға һыу үтә

Йылайыр районының Йылайыр ауылында “Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Йылайыр ауылын һыу менән тәьмин итеү” проекты сиктәрендә һыу үткәргес объекттары төҙөлә. Бөгөнгө көнгә 16 саҡрым һыу үткәргес һалынған да инде. Ер йомшаҡ урындарҙа ауылдың төнъяҡ-көнсығыш, төнъяҡ-көнбайышында төп эштәр тамамланған. Көньяҡта ҡаялы урындарҙа әле башҡары эштәр күп. Билдәле, бындай ерҙә экскаватор, трактор кеүек ҡеүәтле техника ла шәп кенә тейешле һөҙөмтәгә ирешә алмай.

Йылайырға һыу үтә
Йылайырға һыу үтә

--Һыу торбаларын яңыртыу эштәрен октябрь аҙағына ҡәҙәр тамамлап ҡуйырға иҫәп тотабыҙ. Бынан тыш йыл аҙағына ҡәҙәр һыу үткәргесте көйләп ебәреү, скважиналарҙы йыуҙыртыу, яңы насостар урынлаштырыу күҙаллана. Үрҙә урынлашҡан төнъяҡ-көнсығыш биҫтәһендә өҫтәмә насос ҡуйыу ҙа ҡаралған. Һыу йыйыу урынынан алып резервуарҙарға араһына өҫтәмә яңы һыу үткәргес һуҙыласаҡ,--ти район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары М.С.Солтанов.--Ауыл хужалығы менән йәшәгән төбәк булараҡ, һыу үткәргес Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министрлығы ярҙамы менән федераль, төбәк, урындағы бюджет һәм бюджеттан тыш сығанаҡтар ярҙамында финанслана. Проекттың хаҡы 100 миллион һум тирәһе, уның оҙонлоғо 33 саҡрым тәшкил итә.

Йылайырҙа 2016 йылда 500 кубометр һыуға иҫәпләнгән тимер резервуар урынлаштырылған. Быйыл иһә тағы ла шул күләмле һыу һыйҙырышлы яңы быяла пластик резервуар ҡуйыу планлаштырыла. Әлеге көнгә һыуҙы зарарһыҙландырыусы прибор һәм күтәрелгән һыуҙың күләмен иҫәпләүсе ҡорамал урынлаштырылған. Аҙаҡҡыһы көнкүрештә күпме һыу тотонолоуҙы иҫәпләргә ярҙам итә.

1972 йылдан алып Йылайыр ауылын быға ҡәҙәр һыу менән тәьмин иткән һыу үткәргес ныҡ иҫкергән. Йылына 80 тапҡыр авария осраҡтары теркәлгән. Ошо арҡала һыу исраф ителгән, халыҡ һыуһыҙ ҡалып интеккән. Бынан тыш иҫке насостар электр энергияһын ныҡ тотонған.

Шулай итеп яңыртылған һыу үткәргес аварияларҙы кисектереп кенә ҡалмай, автоматик рәүештә эшләгән һыу йыйыу системаһы урынлаштырылыу һөҙөмтәһендә электр энергияһын ҡулланыу сығымдарын да кәметә.

Иҫке һыу үткәргес яңыртылған урамдарҙа урынлашҡан йорттар хужалары яңы селтәргә бушлай тоташһа, һыу торбалары тәүгә һуҙылған Салауат Юлаев, Төҙөүселәр, Дилмөхәмәтов, ДОСААФ, Голубцов, Комаров һәм Бурзянцев, Йылайыр тыҡрыҡтары, Стлоичная поляна биҫтәһендәге Галина Филлипова, Йылайырға 250 йыл, Октябрь һәм өлөшләтә Тыныслыҡ, Беренсе Май урамдарында йәшәүселәр өйҙәрен һыуҙы үҙ иҫәбенә үткәрә ала.

Быйыл проектҡа инмәгән урамдарға киләһе йыл был уңайлыҡ килеп етергә тейеш.

Һыу торбаларын үткәреүҙе Өфө ҡалаһының «Главспецстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үҙ өҫтөнә алған. Подрядсы ойошма эшселәре эштәрен ваҡытында һәм намыҫ менән башҡара.Улар төҙөлөш эштәрен тамамлаһа, милек хужалары һыу селтәренә киләһе 2022 йылда тоташа башлаясаҡ. Шәхси йорттарҙы һыу үткәргескә «Водоканал» йәмғиәте тоташтыра.

Күптәр һыу торбалары һуҙылған соҡорҙарҙы ҡаплағандан һуң тупраҡтың артып ҡалыуына, ул уба-уба булып ятыуға зарлана. Район етәкселеге был хәлде аңлап ҡабул итергә саҡыра. Сөнки ер 2-3 йыл дауамында ултыра, әлегә артып ятҡан тупраҡ шул бушлыҡтарҙы тултырыуға китеп бөтәсәк.

Һыу үткәргес һуҙылғанда емерелгән юлдарҙы тергеҙеү, асфальт ҡатламын төҙөкләндереү һәм юл яны биләмәләрен тигеҙләү менән Йылайыр юлдарҙы ремонтлау төҙөлөш идаралығы эшселәре шөғөлләнә.

Автор:Гульдар Кадаева