АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
21 Май 2021, 14:49

Яңы аллея барлыҡҡа килде!

Йылайыр районы Ҡашҡар ауылының тырыш һәм дәртле халҡы быйылғы Башҡорт тарихы йылын билдәләүгә һәм тарих биттәренә теркәүгә ҙур өлөш индерҙе.

Йылайыр районы Ҡашҡар ауылының тырыш һәм дәртле халҡы төрлө саралар уҙғарыуы менән күптәргә билдәле. Улар үҙҙәренең берҙәм һәм дәртле булыуҙары менән һоҡландыралар ҙа, ҡыуандыралар ҙа, ҡай саҡ аптыратып та ҡуялар. Быйылғы Башҡорт тарихы йылын билдәләүгә лә Ҡашҡар ауылы ҙур өлөш индерҙе. Улар ауыл биләмәһен тәртипкә килтерҙе, ағастар ултыртты, ир уҙамандары ең һыҙғанып майҙанды кәртәләп тә ҡуйҙы.
Башҡорт тарихы йылына арнап ултыртылған ағастар киләсәктә шаулап үҫеренә, яңы аллея ауыл халҡының яратҡан ял итеү урынына әйләнеренә шик юҡ. Афарин, Ҡашҡарҙар!
Фотолар бәйләнештәге ауыл сәхифәһенән алынды.