Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
18 Май 2021, 19:16

Кемгә бәпәй кәрәк?

Шишмәнең шифалы һыуы һыуһынды ҡандырып ҡына ҡалмай, бәпәй теләгәндәрҙең теләген тормошҡа ашыра икән. Хатта берәүҙе генә түгел, бонус менән парлап бирә тиҙәр.

Тормош мәшәҡәттәренә күмелеп, ҡай саҡ тирә-яғыбыҙҙағы матурлыҡҡа күҙ һалырға ла ваҡыт тапмайбыҙ. Бөгөн Йылайыр районында командировкала булып ҡайттыҡ. Райондың үҙенсәлекле хозур тәбиғәтенә һоҡланып туймаҫлыҡ! Бикйән ауылы янындағы Әбкәрим шишмәһендә булдыҡ. Ауыл халҡы телендә уны “Игеҙәктәр” шишмәһе тип тә йөрөтәләр. Шишмәнең шифалы һыуы һыуһынды ҡандырып ҡына ҡалмай, бәпәй теләгәндәрҙең теләген тормошҡа ашыра икән. Хатта берәүҙе генә түгел, бонус менән парлап бирә тиҙәр. Бына бит донъяның етмеш мөғжизәһенең берәүһе!
Тағы ла Сиҙер ауылы янындағы “Ҡауҙы” ҡойоһо иғтибарҙы йәлеп итте. Гәзитебеҙҙең дуҫтары араһында был ҡоҙоҡтоң тарихын белеүселәр бармы икән? Белһәгеҙ, комментарийҙа яҙыуығыҙҙы үтенеп һорайбыҙ...
Читайте нас: