АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
16 Май 2021, 12:43

Ғәҙелша талпандары ҡайҙа булған?

Һуңғы арала ял иткәндән һуң сүп-сар ҡалдырып үҙ ҡулдары менән тәбиғәтебеҙҙе бысратыусылар күбәйеүенә зарланыу ғәҙәткә инеп киткән. Был юлы Ғәҙелша шарлауығына барып бөтөнләй аптырауға ҡалып ҡайттыҡ.

Ғәҙелша шарлауығы янында талпандар күпме икән? Иҫ китмәле хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан шарлауыҡ янында ял итергә теләүселәрҙең күптәрен ошондай һорау борсойҙор. Унда әлеге мәлдә туристар талпандарҙан да күберәк. Һуңғы арала ял иткәндән һуң сүп-сар ҡалдырып үҙ ҡулдары менән тәбиғәтебеҙҙе бысратыусылар күбәйеүенә зарланыу ғәҙәткә инеп киткән. Был юлы Ғәҙелша шарлауығына барып, хәлдең бөтөнләй икенсе булыуына аптырап та, ҡыуанып та ҡайттыҡ. Ял итергә килеүселәрҙең ифрат күп булыуына ҡарамаҫтан, тирә-яҡта бер ниндәй ҙә сүп-сар осоп ятмай. Һәр ял итеүсенең тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашта булыуы, балаларына ла был турала аңлатыуҙары бик ҡыуандырҙы. Тәбиғәтебеҙ артабан да беҙҙе үҙ ҡосағына алһын, хозурлығы менән таң ҡалдырһын өсөн күп тә кәрәк түгел, тик мәҙәниәтле һәм тәбиғәт хужаларына һаҡсыл ҡарашта булыу ғына кәрәк!
Талпандарға килгәндә, Аллаға шөкөр, беҙгә бер талпан да осраманы!
Читайте нас: