АТАЙСАЛ
+20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
23 Март 2021, 16:00

Туристик маршруттар булдырыласаҡ

Ошо көндәрҙә Баймаҡ районы буйынса этнотурҙы ойоштороу маҡсатында Өфө ҡалаһынан "Сикһеҙ донъя" туристик операторы төбәккә килде. Улар райондың иҫтәлекле урындары, музейҙары менән танышты.

Республикала туризмды үҫтереү темаһы һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә. Төбәгебеҙҙә ял итергә теләүселәр башлыса тауҙарға үрләй һәм милли парктарға бик теләп бара. Ә бына этнотуризм тураһында күптәр ишетеп кенә белә.
Ошо көндәрҙә Баймаҡ районы буйынса этнотурҙы ойоштороу маҡсатында Өфө ҡалаһынан "Сикһеҙ донъя" туристик операторы төбәккә килде. Улар райондың иҫтәлекле урындары, музейҙары менән танышты.
--Туристарҙы йәлеп итеү өсөн район буйлап туристик маршруттар булдырыласаҡ. Этнотуризм - сервис үҫешенә, ваҡ производстволарға импульс бирәсәк, --тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев.