Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
4 Март 2021, 16:35

ҠОРАМА ҠОРАЙ ИНӘЙҘӘР

Баймаҡ районы Әхмәр ауылында "Ҡорама" байрамы үтте

Баймаҡ районы Әхмәр ауылы ҡатын-ҡыҙҙары яҙҙың тәүге матур байрамы алдынан бик матур сара уҙғарҙы. "Ҡорама" тип аталды ул.
--Күргәҙмәгә ҡуйылған ҡорамаларҙан күҙ сағылды, баҡсала сәскәләр араһында йөрөгән кеүек булды. Ысын мәғәнәһендә оҫта ҡулдар байрамы үтте. Һәр кем күргәҙмәһе менән таныштырып һөйләне,күпкә өйрәндек. Күпме күҙ нуры, наҙлы хистәр, йөрәк йылыһы, түҙемлек, ҡул көсө һалынған ҡорамаларға. Ҡыҙыма, ейәнсәрҙәремә бирнәгә, иҫтәлек тип төн йоҡоларын ҡалдырып ҡораған оҫтабикәләр--Айытбаева Рәшиҙә Кәлимулла ҡыҙы, Мәҡсүтова Ғәйникамал Ғәфүр ҡыҙы, Амантаева Фәрхәнә Фазулла ҡыҙы, Абдисова Шәүрә еңгәй, Казарбаева Миңзифа, Кузибаева Флүзә Сәйет ҡыҙы һоҡланыу уятты. Афариндар, - ти Земфира Кәримова.
Читайте нас: