Бер йыл эсендә техника 97 тапҡыр һауаға күтәрелгән һәм 97 пациентты, шул иҫәптән аварияларҙа зыян күреүселәрҙе эвакуациялаған. Быйыл вертолет ярҙамында 121 рейс яһау планлаштырыла. «Был вертолет ярҙамында күберәк ғүмерҙәрҙе ҡотҡарып була. Мәсьәләне ныҡлап ҡарағыҙ. Алыҫ төбәктәр һәм айырыуса барып етеү ауыр булған райондарға вертолет менән сығыуҙы арттырырға кәрәк,» – тигән республика етәксеһе.