Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
25 Февраль 2021, 14:00

“Балыҡ, ҡап!”

Йылайыр районы Матрай ауылында балыҡ тотоу буйынса ярыш ойошторолдо.

Йылайыр районы Матрай ауылында балыҡ тотоу буйынса ярыш ойошторолдо. Был сара икенсе тапҡыр уҙғарыла һәм балыҡсылар араһында популярлыҡ яулап килә. Сатлама һыуыҡ булыуына ҡарамаҫтан, ярышта Баймаҡ, Сибай, Күмертау, Йылайыр һәм Хәйбулла райондарынан 39 балыҡсы ҡатнашты. Улар араһында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, балалар ҙа булды.