АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
3 Февраль 2021, 16:40

ҺЫУ БУЙЫНДА БАЛЫҠСЫ

Шөкөр, ауылдар халҡы сәләмәтлеккә, әүҙем тормош алып барыуға ынтыла башланы. Ҡайҙалыр хоккей ярышы үтһә, икенсе яҡта күмәкләп иртәнге күнекмәгә сығалар. Интернет селтәренә ҡуйылған фотоларға ҡарап ҡына ла был сараларҙың шул тиклем күңелле үтеүен төҫмөрләргә мөмкин. Күптән түгел Баймаҡ районы Сәйғәфәр ауылы халҡы Балыҡ байрамы ойошторҙо.

--Һаҡмар буйы гөрләп торҙо. Кем ат менән, кем йәйәүләп, кем машина менән, хатта автобустан төшөп ҡалған кешеләр ҙә булды. Байрамға олоһо ла, кесеһе лә теләп килде. Бик күңелле байрам булды. Үҙебеҙҙең ауыл егете Заһиҙуллин Рәфис 40-50 см ҙурлыҡтағы суртан тотоп бөтә ҡатнашыусыларҙың хайран итте. Сарала Сәйғәфәр, Йомаш, Ғүмәр, Аҡморон ауылдары халҡы ҡатнашты. Бур менән ҡаҙып балыҡсылар ярышһа, ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр командалары хоккей уйнаны. Ҡаҙан аҫып балыҡ һурпаһы бешереүсе Винера Барлыбаеваға, ойоштороусыларға, барлыҡ килеүселәргә рәхмәтлебеҙ, - ти сәйғәфәрҙәр.
Афарин!