Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
15 Ғинуар 2021, 23:25

ИҢ РУХЛЫЛАР ТӨПКӨЛДӘРҘӘ ЙӘШӘЙ!

Төпкөл ауылдарҙың йәшәйеше бары тик унда йәшәүсе егәрле лә, сабыр ҙа, үҙ көндәрен үҙҙәре күреүсе тыныс тәбиғәтле халҡыбыҙға ғына мәғлүм. ФАП, магазин, китапхана юҡлығын улар төрлө сараларҙы бергәләп, әүҙем атҡарыу менән тулыландыра, үҙҙәренең проблемалары тураһында артыҡ ҡысҡырып та йөрөмәй, барына риза булып көнкүрешен алға һөрә. Һуңғы йылдарҙа “Айыҡ ауыл”, “Сәләмәт ауыл” кеүек республика конкурстарында ҡатнашыу ошондай ауылдарҙы төҙөкләндереүгә, халҡын дәртләндереүгә, йәш быуындың рухи үҫешен тәьмин итеүгә бер, әммә берәгәй аҙым булып тора. Быйыл Түбәнге Яйыҡбай ауылы халҡы ла “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашырға сәмләнеп тотондо һәм район этабында еңеп тә сыҡты. Әлбиттә, еңеү бер ҙә еңел бирелмәне. Уны үҙ елкәләрендә татыған ауыл халҡы үҙе генә белә. Әммә сәмсел халыҡ бының менән туҡталып ҡалмай, “Айыҡ ауыл-2020” конкурсының республика этабында ла алдынғылыҡты яуларға яғында.

Төпкөл ауылдарҙың йәшәйеше бары тик унда йәшәүсе егәрле лә, сабыр ҙа, үҙ көндәрен үҙҙәре күреүсе тыныс тәбиғәтле халҡыбыҙға ғына мәғлүм. ФАП, магазин, китапхана юҡлығын улар төрлө сараларҙы бергәләп, әүҙем атҡарыу менән тулыландыра, үҙҙәренең проблемалары тураһында артыҡ ҡысҡырып та йөрөмәй, барына риза булып көнкүрешен алға һөрә. Һуңғы йылдарҙа “Айыҡ ауыл”, “Сәләмәт ауыл” кеүек республика конкурстарында ҡатнашыу ошондай ауылдарҙы төҙөкләндереүгә, халҡын дәртләндереүгә, йәш быуындың рухи үҫешен тәьмин итеүгә бер, әммә берәгәй аҙым булып тора. Быйыл Түбәнге Яйыҡбай ауылы халҡы ла “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашырға сәмләнеп тотондо һәм район этабында еңеп тә сыҡты. Әлбиттә, еңеү бер ҙә еңел бирелмәне. Уны үҙ елкәләрендә татыған ауыл халҡы үҙе генә белә. Әммә сәмсел халыҡ бының менән туҡталып ҡалмай, “Айыҡ ауыл-2020” конкурсының республика этабында ла алдынғылыҡты яуларға яғында. Бының өсөн ең һыҙғанып эшкә тотондо ла инде. Ауылда сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған “Бөтәбеҙ ҙә саңғыға!” спорт сараһы гөрләп үтте, ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары ағас бысыу цехының тышҡы яғын һәм урам араларындағы бер нисә йорттоң рәшәткәләрен буяу буйынса өмә ойошторҙо, ауылдың олоһо ла, кесеһе лә хоккей уйнарға сыҡты һ.б. Конкурс сиктәрендә Түбәнге Яйыҡбай ауылы вәкилдәре - ауыл старостаһы Рәил Хәсәнов, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рәйлә Йәһүҙина һәм ауылым тип яныусы патриот Рәмзиә Бәхтиева Башҡортостан юлдаш телевидениеһының "Бәхетнамә" программаһында "Нисек йәшәйһең, ауыл" темаһына әңгәмәлә ҡатнашты. Республиканың төп каналы аша Һаҡмар йылғаһы буйында һыйынып ҡына ултырған бәләкәй генә ауылдың ҙур эштәре хаҡында һөйләнеләр улар.
Күптән түгел тынғыһыҙ ауыл халҡы “Аҡбуҙат” балалар журналының баш мөхәррире, Ш. Бабич исемендәге йәштәр, Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премиялары лауреаты, шағирә, тәржемәсе һәм журналист Лариса Абдуллина “түңәрәк өҫтәл” артында “сәй-брейк”ка йыйылды. Эшлекле һөйләшеүҙә Түбәнге Яйыҡбай ауылында данлыҡлы мәсеттең имам-хатибы Рәмил Хәсәнов, урындағы ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар советы, әүҙем йәмәғәтселәр ауыл халҡын сәләмәтләндереү, дәртләндереү, йәш быуынды тәрбиәләү маҡсатында ниндәй алымдарҙы ҡулланыу кәрәклеген билдәләне. Түбәнге Яйыҡбайҙар һәр сараны фатиханан башлауға күнеккән – Рәмил Сәфәрғәле улының нурлы доғаһы йөрәктәргә шифалы ләйсән ямғыры булып үтеп инде. Лариса Хашим ҡыҙы үҙенең сығышында ир-егеттәрҙең, ҡатын-ҡыҙҙарҙың бөгөнгө көндә йәмғиәттәге роле, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу мөһимлеге, балаларыбыҙҙы туған телдә тәрбиәләү, милли матбуғатҡа яҙылыу мәсьәләләренә туҡталып үтте, “Түңәрәк өҫтәл” үткән йорттоң “төп хужаһы” – буласаҡ ауылдың киләсәге - Баязит Хәсәновҡа “Аҡбуҙат” журналын, балалар өсөн башҡорт китаптарын бүләк итте.
Шулай уҡ арҙаҡлы шағирә тел һәм моң халҡыбыҙҙың рухи таяуы икәнен, йолаларҙа беҙҙең көсөбөҙ икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Артабан сығыш яһаусылар айыҡ һәм сәләмәт тормошҡа бар халыҡты яйлап йәлеп итеү юлдарын барланы, йәштәребеҙҙе, балаларыбыҙҙы урам тәрбиәһенә юлыҡтырмау ысулдарын эҙләне. Осрашыу һуңында Лариса Хашим ҡыҙы үҙенең рухлы, шиғырҙарын уҡыны, Рәмзиә Бәхтиева атаһынан өйрәнгән башҡорт халыҡ йыры "Һыр"ҙы башҡарҙы.
Әйткәндәй, былтыр районда беренсе, ә республикала икенсе урынды яулаған берҙәм, дәртле, сәмсел Йылым ауылының алмаштырғыһыҙ инициаторҙарының береһе булған Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы алдынғыһы Гөлйемеш Ишмырҙина быйыл башҡа ауылдарға ла консультациялар бирә, хатта ҡайныһының ауылы булған Түбәнге Яйыҡбай ауылының күраторы вазифаһын да оло теләк менән үҙ иңенә артмаҡлаған. Ошондай ауылдарыбыҙ өсөн йәнен бирерҙәй патриот шәхестәребеҙ күберәк булһа ине!..
Айгөл Иҙелбаева, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы методисы.
Түбәнге Яйыҡбай ауылы вәкилдәре: ауыл старостаһы Хәсәнов Рәил Сәфәрғәле улы, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Йәһүҙина Рәйлә Хәмзә ҡыҙы һәм ауыл активисы Бәхтиева Рәмзиә Сәфәрғәле ҡыҙы Башҡортостан юлдаш телевидениеһының "Бәхетнамә" программаһының "Нисек йәшәйһең, ауыл" тапшырыуында ҡатнашты.Республиканың төп каналы аша Һаҡмар йылғаһы буйында һыйынып ҡына ултырған бәләкәй генә ауылдың ҙур эштәре хаҡында һөйләнеләр улар.Тапшырыу барышында ауылда уҙғарылған сараларҙың фотоһүрәттәре күрһәтелде.Афарин, ауылдаштар.Был беҙҙең уртаҡ эшебеҙ, был беҙҙең уртаҡ еңеүебеҙ Аллаһы бирһә, тыуған еребеҙҙе гөл-баҡсаға әйләндереүебеҙ алда әле!!!
"Айыҡ ауыл 2020" республика конкурсының район этабына йомғаҡ яһалды. Еңеүселәр билдәләнде - I урынды Түбәнге Яйыҡбай ауылы яуланы, II урынды - Үрге Яйыҡбай ауылы алды, Иҫке Сибай һәм Ишей ауылдары III урынды бүлештеләр. Конкурстың район этабында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ һәм еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ. Түбәнге Яйыҡбай ауылы "Айыҡ ауыл 2020" конкурсының республика этабында беҙҙең районды лайыҡлы күрһәтер тип ышанам. Әйҙәгеҙ, уларға уңыштар теләп ҡалайыҡ.