Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
1 Ғинуар 2021, 02:00

Ишей халҡы дәртле, ихлас

Баймаҡ районының Ишей ауылы төбәгебеҙҙең иң төпкөл ауылдарының береһе. «Хоҙай тарафынан онотолған яҡтар»,— тип тә ебәрә шаяртып ишейҙәр тыуған яҡтары хаҡында. Бынан ике йыл элек был тарафтарҙа ҡыуанып эшләп ҡайтҡайныҡ: А.Филин етәкләгән урман хужалыҡтары гөрләп эшләп тора ине, шәхси эшҡыуар И.Абдрахмановтың да урманға бәйле кәсептәре көйлө ине. Мәктәптә лә балалар һаны күберәк, клубтары ла гөрләй ине. Әле килеп Филиндары ауырып киткән, утын менән яғып йылытылған 2 ҡатлы мәктәптәрендә 7 бала ғына белем ала (ике йыл элек 14 уҡыусы ине). Белем усағының бер мөйөшөндә балалар баҡсаһы булдырылған. Унда ла 20-ләп бала исемлектә торһа ла, 12-15 сабый ғына йөрөй. Ике йыл эсендә ауылдың хәле насар яҡҡа үҙгәргән, күп өйҙәр бушап ҡалған, күптәр күсеп киткән, күперҙәре емерелеп бара...

Баймаҡ районының Ишей ауылы төбәгебеҙҙең иң төпкөл ауылдарының береһе. «Хоҙай тарафынан онотолған яҡтар»,— тип тә ебәрә шаяртып ишейҙәр тыуған яҡтары хаҡында. Бынан ике йыл элек был тарафтарҙа ҡыуанып эшләп ҡайтҡайныҡ: А.Филин етәкләгән урман хужалыҡтары гөрләп эшләп тора ине, шәхси эшҡыуар И.Абдрахмановтың да урманға бәйле кәсептәре көйлө ине. Мәктәптә лә балалар һаны күберәк, клубтары ла гөрләй ине. Әле килеп Филиндары ауырып киткән, утын менән яғып йылытылған 2 ҡатлы мәктәптәрендә 7 бала ғына белем ала (ике йыл элек 14 уҡыусы ине). Белем усағының бер мөйөшөндә балалар баҡсаһы булдырылған. Унда ла 20-ләп бала исемлектә торһа ла, 12-15 сабый ғына йөрөй. Ике йыл эсендә ауылдың хәле насар яҡҡа үҙгәргән, күп өйҙәр бушап ҡалған, күптәр күсеп киткән, күперҙәре емерелеп бара...
—Бәләкәй ауылдарҙың һәр береһендә мәктәп—ауылдың йәме, эшмәкәрлеге булып тора. Мәктәп бөтһә, тимәк, ауыл да яйлап бөтөүгә бара. Ауыл халҡы бар йомошо менән мәктәпкә килә, бөтә саралар ҙа балалар ҡатнашлығы менән шунда үтә,—ти Ишей ауылының социаль комплексы мөдире Венера Морат ҡыҙы Ҡасҡынова.—Ике ҡатлы белем усағыбыҙ була тороп та, балаларҙы Темәскә йөрөтөп уҡытыу бик уңайһыҙ.
Ишей ауылында ике ҡатлы социаль комплекс 2004 йылда төҙөлә. Ул үҙ эсенә балалар баҡсаһын, фельдшер-акушер пунктын, почтаны, ауыл китапханаһын ала. Объектты асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Президенты М.F. Рәхимов ҡатнаша. Икенсе йылына мәктәп 11 йыллыҡ белем биреү статусын ала, төрлө түңәрәктәр, өҫтәмә белем биреү факультативтары йәнле генә алып барыла. Ләкин оптимизация еле был тарафтарға ла ҡағыла. Тәүҙә мәктәп 9 йыллыҡҡа үҙгәртелә һәм Темәс мәктәбенең филиалы булып ҡалдырыла. Ә 2014 йылда мәктәп башланғыс кластарҙы ғына уҡытыуға күсерелә. Эшһеҙ ҡалған уҡытыусылар, йәш ғаиләләр күсеп китергә мәжбүр була. Бөгөн, үрҙә әйтеүебеҙсә, башланғыс мәктәптә бөтәһе 7 бала белем ала, улар 1-се, 2-се, 3-сө кластарҙа уҡый.
Ысынлап та, мәктәп ҙур, бүлмәләр иркен, яҡты, бөтә уңайлыҡтар бар, спортзалда рәхәтләнеп шөғөлләнергә, ашханала иллеләп кеше һыйырлыҡ урында төрлө кисәләр үткәрергә була. Балалар баҡсаһы сағыу биҙәлеше менән кескәйҙәрҙе йәлеп итә, ғөмүмән, бүлмәләр заманса йыһазландырылған.
Социаль үҙәк мөдире, юғары категориялы башланғыс кластар уҡытыусыһы Венера Морат ҡыҙы ошо ауылда тыуып үҫкән. Сибай педагогия училищеһын тамамлағас, тыуған ауылына эшкә ҡайтҡан. Ситтән тороп БДУ-ның филология факультетын тамамлаған. 2014 йылда белем усағы башланғыс мәктәп итеп ҡалдырылғас, Венера Морат ҡыҙы БДУ-ның Сибай институтында башланғыс белем биреү бүлегендә белемен камиллаштыра.
—Яратҡан предметыңды алыштырыу, уҡый белмәгән кескәйҙәр менән эшләү, өҫтөңә бөтмәҫ мәшәҡәттәр алыу еңел булманы, сөнки уҡытыусыларҙы ҡыҫҡартһалар ҙа, мәктәп биләмәһе шул көйө ҡалды. Уны тәрбиәләргә, сәскәләр, йәшелсәләр үҫтерергә, мәктәпкә утын, балаларҙы ашатыу яғын да хәстәрләргә, ай һайын ваҡытында отчеттарын биреп барырға ла кәрәк. Етмәһә, район үҙәге алыҫ, аҙна уртаһында автобус йөрөмәй,—ти уҡытыусы, эшенең ауырлығына баҫым яһап.—Ярай әле интернет заманында йәшәйбеҙ, шуныһы бик шәп. Коллектив берҙәм, татыу, бар эште лә бергә атҡарабыҙ. Бөтә байрамдарға ла бергәләшеп әҙерләнәбеҙ, ата-әсәләр, ауылдың ағинәйҙәре әүҙем. Даими бағыусыларыбыҙ—эшҡыуарҙар Анатолий Филин, Илдус Абдрахманов, Фәрзәнә Ҡотлобаева һәр башланғысты хуплап, матди ярҙам күрһәтеп тора. Уларға рәхмәтәбеҙ сикһеҙ.
Хеҙмәт һөҙөмтәләре буйынса ла, балалар менән төрлө ярыштарҙа еңеп уҡытыусы бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән, былтырғы уҡыу йылында райондың аҙ комплектлы мәктәптәре араһында Ишейҙең башланғыс класс кабинеты еңеүсе тип табылған. Уҡыусылары менән дә ғорурлана уҡытыусы. Әйтәйек, 3-сө класта уҡыған Илназ Аҙнағолов шашка уйыны буйынса бәйгеләрҙә бәләкәйҙән иң күп мәрәйҙәр йыйып еңеп килә, оҫта бейей, ә инде хужалыҡ эштәрендә өлкәндәрҙән ҡалышмай: түтәлдәрҙе ҡаҙа, өмә мәлендә башҡалар йыйған ҡыйҙарҙы ауыр тип тормай ташый, бик шәп егет булмаҡсы. Регина Байрамғолова моңло тауышлы, матур итеп һүрәт төшөрә. Фәнис Ишдәүләтов—уҡыу алдынғыһы, бөтә фәндәрҙән дә «5» билдәләренә генә өлгәшә, китап уҡырға ярата, йомаҡтар әйтеп, барыһын да тәрән уйға батыра, кроссвордтарҙы тиҙ генә сисә. Луиза Ишдәүләтова бик тырыш ҡыҙыҡай, эҙләнеү-тикшеренеү эштәре менән ҡыҙыҡһына, ауылдың тарихын төптән өйрәнеп, фәнни эш менән сығыш яһаған, әҙәби әҫәрҙәрҙе ятлап алған кеүек эҙмә-эҙлекле мауыҡтырғыс итеп һөйләй.
—Икенсе класта 2 генә бала. Дилә Аҙнағолова—спорт алдынғыһы, оҫта шашкасы, эшлекле ҡыҙыҡай, әсәһенең дә, уҡытыусының да төп ярҙамсыһы. Рамаҙан Бикҡолов та бик тырыш уҡыусы, матур йырлай, математика фәнен ярата. Беренсе класҡа Зөлхизә Ҡотлобаева килде. Бер бөртөк кенә булыуға ҡарамаҫтан, бик ҡотло, берәгәй булмаҡсы. Хәрефтәрҙе белә, ҡушып уҡырға ла өйрәнде. Әкиәттәрҙе ролгә инеп тороп, ҡыҙыҡлы итеп һөйләй, йырҙарҙы, шиғырҙарҙы тиҙ генә отоп ала. Бына шундай тырыш балалар менән эшләүе лә күңелле, аҙ икәндәре лә һиҙелмәй,—ти уҡытыусы В.М.Ҡасҡынова.
Мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһын юғары категориялы тәрбиәсе Лилиә Хәмитйән ҡыҙы Мусина етәкләй. Кесе тәрбиәсе Фәниә Зәбир ҡыҙы Ҡарасурина ла ошо ауылдыҡы. Иркен, таҙа, тәмле аштар еҫе сығып торған ашханала үҙ эшенең оҫтаһы, 5 бала әсәһе Аҙнағолова Рәсилә Йыһаннур ҡыҙы эшләй. Ул да Ишей ҡыҙы. Уҡыусыларға һәм кескәйҙәргә тәмле аштар бешереүҙән тыш, ашханала үткән бар сараларға ла (ҡорбан аштары, ситтән килгән ҡунаҡтарҙы ашатыу, ҡуртымға алған мәжлестәрҙе үткәреү) ул яуаплы. Бынан тыш ауыл мәсетен дә ҡарап өлгөрә.
Мәктәпкә барып инһәң, ундағы таҙалыҡ, сәскәләрҙең күплеге күҙҙең яуын ала—былар барыһы ла йыйыштырыусы Әлфирә Зәйнәғәбдинова ҡулынан. Бина ҙур булыуға ҡарамаҫтан, яңғыҙы ғына бөтә кабинеттарҙы ла, оҙон коридорҙарҙы ла таҙа тота, эшенә бик яуаплы ҡарай.
Фельдшер-акушер пунктында 23 йылдан ашыу ошо уҡ ауыл ҡыҙы Зөлфиә Миҙәхәт ҡыҙы Күлибаева эшләй. Хеҙмәтенә яуаплы ҡарағаны, йәйелеп ятҡан ауылдың әле бер, әле икенсе осона саҡырыусы ауырыуҙарға йүгереп йөрөгән фельдшер Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы маҡтаулы исемен йөрөтә.
Китапхана ваҡытлыса эшләмәй, яңы йылдан һуң эш башланыр, тип өмөтләнә ишейҙәр.
Почтаны Айһылыу Алтынғужа ҡыҙы Ҡарасурина етәкләй. Тырыш ҡатын бөтә төр түләүҙәрҙе ҡабул итеп ала, ауылда күпселеге ололар булғас, ҡайһы берәүҙәрҙе өйөнә барып та хеҙмәтләндерә. Гәзит-журналдарға яҙылыуҙы ла ошондағы ҡыҙҙар менән үҙҙәре бүләк әҙерләп ойошторалар икән.
Бына шундай үҙ һөнәрҙәренә мөкиббән киткән ҡатын-ҡыҙҙар, үҙ ауылының илһөйәрҙәре эшләй төпкөл Ишей ауылының социаль комплексында. Филиал менән Темәс мәктәбе директоры Әүәлбаев Марат Юлай улы етәкселек итә. Директор 4 ауылдың—Ишей, Бетерә, Таһир, Темәс мәктәптәре етәксеһе булыуға ҡарамаҫтан, һәр белем усағына иғтибарҙы тигеҙ бүлә, белем биреү, тәрбиә сифатын күтәреүгә бар көсөн һала. Юл араһы алыҫ булһа ла, әлдән-әле ауылға килеп кәңәштәре менән ярҙам итеп тора.
Ишейҙә бер нәмә үҙгәрмәгән: халыҡ нисек ихлас булһа, көн итмештәре нисек кенә ауырлашмаһын, күңелдәре шул уҡ иркен һәм саф килеш ҡалған. Ауыл клубында «Атайсал» гәзитенә лә бик ихлас яҙылдылар, баҫмабыҙ тураһында бер тәнҡит һүҙе әйтмәй, киреһенсә, маҡтап-хуплап ҡына торҙолар. 25 йылдан ашыу почтала эшләп пенсияға сыҡҡан Рәхимә Юлдашкилдина беҙҙең гәзитте сыға башлағандан алдыра икән.
—Ваҡытында Ишейҙә 120 кеше «Атайсал»ға яҙылды,—ти баҫмабыҙҙың тоғро дуҫы.—Рәсәй, республика гәзит-журналдарын таратҡанда сумкама көс етмәй торғайны. «Серле донъя» кеүек ҡыҙыҡлы рубрикалар асһағыҙ, мөхәббәт тураһында яҙһағыҙ, хикәйәләр баҫһағыҙ бик яҡшы булыр ине.
Хәҙерге ауыл почтальоны Айһылыу Ҡарасуринаның һүҙе үтемле булып сыҡты, ипле генә итеп ауылдаштарына өндәшеүе булды, егерменән ашыу кеше уның еңел ҡулы аҫтында гәзиткә яҙылды һәм бүләктәр отто.
Ишей клубының бинаһы иҫкергән. Әммә ауыл халҡы нисек кенә булһа ла мәҙәниәт усағын һаҡлап алып ҡалырға тырыша. Күрше Бетерәлә клуб эшләмәй, шуға улар кеүек бер нәмәһеҙ тороп ҡалғылары килмәй.
2016 йылдан алып клубты Миңзифа Яҡшылыҡ ҡыҙы Ишдәүләтова етәкләй. Мәҙәниәт усағында 2013 йылдан «Гөлгизәр» фольклор ансамбле эшләп килә. Унда мәғариф ветерандары һәм урман хужалығында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан ағинәйҙәр—Зәкиә Яҡупова, Вәлимә Баймөхәмәтова, Зифа һәм Алтынбикә Ҡарасуриналар, Хәлиҙә Ишдәүләтова, Әлфирә Абдуллина, Таңһылыу Иҫәнбаева, Фәриҙә Хажина йөрөй. Ағинәйҙәр Ишейҙең ҡотон һаҡлай, ауылға йәм һәм йән өрә. Былтыр башҡорт кейемдәре, йыр конкурстарында ҡатнашып, төрлө дипломдар менән бүләкләнгәндәр. Быйыл «Йөрәктән йөрәккә» шиғырҙар бәйгеһендә Алтынбикә Ҡарасурина ейәне Илназ менән, клуб мөдире Миңзифа Яҡшылыҡ ҡыҙы үҙ балаһы менән дуэтта шиғырҙар һөйләп диплом алып ҡыуанған. Ошо көндәрҙә ауыл ағинәйҙәре тәрбиә эшенә айырым иғтибар бүлә. Төбәктә мәғәнәһеҙ үлемдәрҙең, айырылышыуҙар, эскелек кеүек алама ғәҙәттәрҙең күбәйеп китеүен иҫәпкә алып, ҡорбан салдырырға ниәт итәләр. Дөйөм аҡса туплап, ҡорбанға ике һарыҡ алғандар. Был аҙнала ауыл халҡын йыйып, изге эште урын-еренә еткереп, йолаларын үтәп, мәктәп ашханаһында атҡарып ҡуйырға иҫәп тоталар.
—Йәйге кистәр нисек тә гөрләп үтә, ә бына оҙон ҡышты үткәрер кәрәк бит әле. Шуға ла күп уйлап тормай, ауыл әүҙемселәре менән халыҡ театры булдырҙыҡ. Һеҙҙең иғтибарға дөйөм көс менән әҙерләнгән Рәйсә Нәҙерғолованың «Кәләш алам» пьесаһын тәҡдим итәбеҙ,—тине клуб мөдире. Шулай итеп, уйламағанда пьеса ҡараныҡ. Ябай ауыл кешеләре—Зифа Ҡарасурина, Зәкиә Кәримова, Вәкил Ҡарасурин, Алтынбикә Ҡарасурина, Миңзифа Ишдәүләтова ролдәрҙе ихлас башҡарҙы. Әлбиттә, ир-егеттәр күберәк йөрөһөн ине тигән теләк теләнек, ирҙәр ролен ҡатын-ҡыҙҙар уйнауы бик килешеп етмәй. Клуб мөдире бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән шәхси эшҡыуарҙар А.Филинға, И.Абдрахмановҡа, Ф.Ҡотлобаеваға ҙур рәхмәтле булыуын белдерҙе.
—Төпкөлдә ятабыҙ тип тормайҙар, Өфөнән артистар ҙа йыш килә. Яңыраҡ ҡы-на беҙҙә Fәзим Ильясов, Фирүзә Париж булып, бик бай концерт программалары менән сығыш яһаны,—тип яңылыҡтары менән бүлеште Миңзифа Яҡшылыҡ ҡыҙы.— Тыуған ерҙән яҡшыраҡ урын юҡ бит, шуға ла ошо изге ерҙе ожмахтай күреп, етешһеҙлектәргә, мәшәҡәттәргә иғтибар итмәй, үҙ тормошобоҙҙо үҙебеҙ биҙәп йәшәй бирәбеҙ. Аллаға шөкөр, балаларыбыҙҙың ҡайтыр йорттары, тыуған ауылдарына илткән юлдары бар. Ошоноһо—иң мөһиме.
Шулай шул. Ҡырсын булһа ла юлдары, йәшәр ерҙәре, иң мөһиме рухтары ныҡ булғанда ишейҙәр бирешмәҫ.
Гөлдәр Ҡадаева.
Сибай-Ишей-Сибай.
Һүрәттә: ишейҙәр «Кәләш алам» пьесаһын сәхнәләштерә.
Читайте нас