АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
27 Декабрь 2020, 20:25

ИКЕНСЕ ЭТҠОЛДА ИКЕЛӘТӘ ШАТЛЫҠ

Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылы халҡы Яңы йыл алдынан икеләтә ҡыуаныс кисерҙе. Бында “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә күп функциялы үҙәк һәм Бөрйән олоҫоноң күренекле тарханы Алдар батыр Иҫәнгилдинға һәйкәл асылды.

Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылы халҡы Яңы йыл алдынан икеләтә ҡыуаныс кисерҙе. Бында “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә күп функциялы үҙәк һәм Бөрйән олоҫоноң күренекле тарханы Алдар батыр Иҫәнгилдинға һәйкәл асылды.
Сарала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе И.А.Тажетдинов, БР Мәҙәниәт министры урынбаҫары Р.Р.Алтынбаев, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Ф.Ғ.Әминев ҡатнашты.
--Капиталь ремонт барышында ауыл мәҙәниәт йорто ҡыйығы алмаштырылды, эске эштәр башҡарылды, йылылыҡ системаһы, канализация капиталь ремонтланды, эргә-тирәләге биләмә төҙөкләндерелде. Шулай уҡ ауыл мәҙәниәт йортоноң матди-техник базаһы яңыртылды, сәхнә кейемдәре, музыкаль һәм яҡтылыҡ ҡорамалдары, мебель, тамашасылар залы өсөн креслолар, балалар өсөн интерактив ҡорамалдар, аэрохоккей, шәхси спорт инвентары, музыка ҡорамалдары һәм бильярд өҫтәле һатып алынды. Клубта халыҡҡа элекке, изге традицияларҙың тыуыуын, кешеләр һәм мәҙәниәт йорто араһында рухлылыҡ барлыҡҡа килеүен теләйем
2-се Этҡол гөрләп йәшәп ятҡан ауылдарҙың береһе, ул үҫешә, матурлана бара. Төбәгебеҙҙең арҙаҡлы тарихи шәхесе – Алдар батырға асылған һәйкәл дә төҙөкләндереүгә, йәш быуынды тәрбиәләүгә өлөш индереп, яңыртылған мәҙәниәт усағының ғына түгел, ауылдың биҙәге булып торасаҡ,--ти Баймаҡ районы башлығы Ф.Ғ.Әминев.
Әйткәндәй, яңыртылған мәҙәни үҙәкте асыу тантанаһында райондың Батыр Вәлид исемендәге премияһының 2020 йылғы лауреаттары билдәләнде. Абруйлы комиссия ҡарары нигеҙендә быйылғы премияһына әҙәбиәт өлкәһендә крайҙы өйрәнеүсе, “Руководители-аграрии”, “Зилаирская летопись. История легендарного совхоза. Судьбы”, Мерәҫ, Ниғәмәт һ.б. ауылдарҙың тарихын яҡтыртыусы китаптарҙың төп авторҙарының береһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалына, “Баймаҡҡа фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” маҡтаулы билдәһенә лайыҡ булыусы, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Бикмәтов Ирек Ниғәмәт улы һәм сәнғәт өлкәһендә 20 йыллыҡ тарихы булған, район, республика, Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстары, йыр бәйгеләре лауреаты исеменә лайыҡлы, Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбендә педагог Үтәева Светлана Рәшит ҡыҙы етәкселегендә эшләп килгән “Вдохновение” балалар өлгөлө вокал ансамбле лайыҡ булды. Абруйлы премияны район хакимиәте башлығы Әминев Фәнис Ғәбдрәшит улы тапшырҙы.
#нацпроекты