АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
11 Декабрь 2020, 16:30

ТАТЛЫБАЙҘА ТОРМОШ ҠАЙНАЙ

Баймаҡ районы Татлыбай ауылында ябайлығы, ихласлығы, берҙәмлеге менән һоҡландырған, матур донъя көткән егәрле, ихлас халыҡ йәшәй. Донъяуи ваҡиғаларҙан артта ҡалмай, бөтә конкурстарҙа, концерт-смотрҙарҙа, акцияларҙа ҡатнашып әүҙем тормош алып баралар.

Баймаҡ районы Татлыбай ауылында ябайлығы, ихласлығы, берҙәмлеге менән һоҡландырған, матур донъя көткән егәрле, ихлас халыҡ йәшәй. Донъяуи ваҡиғаларҙан артта ҡалмай, бөтә конкурстарҙа, концерт-смотрҙарҙа, акцияларҙа ҡатнашып әүҙем тормош алып баралар.
“Сәләмәт ауыл» конкурсы сиктәрендә һәм 2022 йылда билдәләнәсәк Татлыбай ауылының 200 йыллығын лайыҡлы ҡаршылау маҡсатында быйыл ауылыбыҙ “Урындағы инициативаларҙы яҡлау” программаһында ҡатнашып, мәктәп ҡыйығын алмаштырырға хәл итте. Фельдшерлыҡ пунк-тын, балалар баҡсаһын үҙ эсенә алған был бинаға 30 йыл ремонт эшләнгәне юҡ. Йыйылышта ҡыйыҡ мәсьәләһен хәл итеүгә халыҡ ҡуш ҡуллап риза булды һәм тәүге иғәнәләр йыйыу бик әүҙем башланып та китте. Бынан тыш, татлыбайҙар ауыл хакимиәте бинаһында урынлашҡан буш бүлмәләрҙе төҙөкләндереп, ауыл йәштәре өсөн спорт залы асып ебәрҙе. Ир-егеттәр ҡоро, ситтә йәшәгән ауылдаш егеттәребеҙ ярҙамы менән электр һәм йылылыҡ селтәрҙәре һуҙылды, спорт инвентарҙары алынды, яңыраҡ хатта Өфө ҡалаһынан теннис өҫтәле лә килеп етте. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ концерт ҡуйыуҙан йыйылған аҡсаны косметик ремонтҡа бирҙе. Көн һайын кис төркөмдәргә бүленеп йәштәребеҙ спорт залында шөғөлләнә, көрәшсе егеттәребеҙ көрәш серҙәренә төшөндөрә.
Тағы ла һөйөнслө ваҡиғаларҙың береһе—балалар майҙансығын булдырыу. Ростов өлкәһенең Таганрог ҡалаһынан килтерелгән уйын ҡоролмалары килтерелгән көндә үк «Ир-егеттәр» ҡоро көсө менән нығытылып та ҡуйылды.“Сәләмәт ауыл»
конкурсы сиктәрендә һәм 2022 йылда билдәләнәсәк Татлыбай ауылының 200 йыллығын лайыҡлы ҡаршылау маҡсатында быйыл ауылыбыҙ “Урындағы инициативаларҙы яҡлау” программаһында ҡатнашып, мәктәп ҡыйығын алмаштырырға хәл итте. Фельдшерлыҡ пунк-тын, балалар баҡсаһын үҙ эсенә алған был бинаға 30 йыл ремонт эшләнгәне юҡ. Йыйылышта ҡыйыҡ мәсьәләһен хәл итеүгә халыҡ ҡуш ҡуллап риза булды һәм тәүге иғәнәләр йыйыу бик әүҙем башланып та китте. Бынан тыш, татлыбайҙар ауыл хакимиәте бинаһында урынлашҡан буш бүлмәләрҙе төҙөкләндереп, ауыл йәштәре өсөн спорт залы асып ебәрҙе. Ир-егеттәр ҡоро, ситтә йәшәгән ауылдаш егеттәребеҙ ярҙамы менән электр һәм йылылыҡ селтәрҙәре һуҙылды, спорт инвентарҙары алынды, яңыраҡ хатта Өфө ҡалаһынан теннис өҫтәле лә килеп етте. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ концерт ҡуйыуҙан йыйылған аҡсаны косметик ремонтҡа бирҙе. Көн һайын кис төркөмдәргә бүленеп йәштәребеҙ спорт залында шөғөлләнә, көрәшсе егеттәребеҙ көрәш серҙәренә төшөндөрә.
Ошо урында әүҙемлек күһәткән, һәр яҡлап ярҙам иткән, ойошторған, изге эштәргә ҡушылған барыһына ла рәхмәт бел-дерәбеҙ. Киләсәктә мәктәбебеҙ—яңы ҡыйыҡлы, ауылыбыҙ сәләмәт булырына ышанабыҙ!
Ләйсән Әхмәҙуллина, Татлыбай ауылы клубының мәҙәни ойоштороусыһы.