АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
15 Ноябрь 2020, 17:05

ИШЕЙҘӘР ЭСТАФЕТА БАШЛАНЫ

Шулай итеп, башҡорттарҙың изге 7 һаны кеүек, Ишейҙең 7 урамында 7 ҡоҙоҡ тергеҙелеп сафҡа инде, уларҙың атамалары ла яҙып эленде.

Баймаҡ районы Ишей ауылы «Айыҡ ауыл 2020» конкурсына ҡушылып, бихисап эштәр башҡарҙы. Иң тәүҙә халыҡ үҙ ихаталарын тәртипкә килтерҙе, унан урамдарға күсте. Ишейҙә бөтәһе 7 урам, шул урамдарҙы тәртипкә килтереп бөткәс, ир-егеттәр ҡоро, ҡатын-ҡыҙҙар советы йыйылышып, кәңәшләшеп, «Саф ҡоҙоҡ» акция-эстафетаһын булдырырға, тигән ҡарарға килде. Был эшкә ишейҙәр дәррәү тотондо—һәр урам ҡоҙоҡтарын йүнәтә башланы. Ерҙән урғылып сыҡҡан саф шишмәләрҙе бурап, кәртәләп, буяп-шаллап, эргә-тирәһен сүп-сарҙан таҙалап, башҡорт йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә ярашлы ҡоҙоҡ эргәһендә байрамдар уҙғарып, сәй эсеп, ҡоҙоҡ таҙалау эстафетаһын икенсе урамға тапшыра барҙы. Шулай итеп, башҡорттарҙың изге 7 һаны кеүек, Ишейҙең 7 урамында 7 ҡоҙоҡ тергеҙелеп сафҡа инде, уларҙың атамалары ла яҙып эленде. Ауылда бөтәһе 80 өйҙә 202 кеше йәшәй. Акция-эстафетала барыһы ла ҡатнашты.
Был изге эш туҡтап ҡалмаһын өсөн ишейҙәр эстафетаны Бетерә ауылы халҡына тапшырҙы. Беҙ булдырған акция (һәр бер өйҙә скважина булыуға ҡарамаҫтан) йыл да ҡабатланып торо-уын теләр инек. Ҡоҙоҡтарыбыҙҙы саф һыу менән киләһе быуынға тапшырырға тейешбеҙ. Килендәребеҙ һыу юлын башлаған ҡоҙоҡтарыбыҙ матурлығы, таҙалығы менән яңы тормош башлаған йәштәрҙең хәтеренә уйылырға тейеш.
Әйткәндәй, “Саф ҡоҙоҡ” эстафетаһын уҙғарыу инициативаһын Ишей мәктәбе мөдире Ҡасҡынова Венера Морат ҡыҙы башлап ебәрә. Ул үҙенең ҡәйнәһе, тыл ветераны Ҡарасурина Мәстүрә Мөхәмәҙиә ҡыҙының йыл да үҙ эргәһендәге ҡоҙоғон йүнәттереп, ҡоймаларын сағыу төҫтәргә буятҡанын иғтибарға алып, матбуғат биттәренә лә, интернет селтәрҙәренә лә яҙып һала. “Ауылдағы бөтә ҡоҙоҡтарҙы ла тәртипкә килтерергә ине”,—тигән уйы уға тынғылыҡ бирмәй. Емерелә башлаған ҡоҙоҡ эргәһендә балалар һәм ағинәйҙәр өсөн экскурсия ойошторғанда әлеге акцияны уҙғарыу тәҡдиме менән сығыш яһай. Тыуған еренә, тәбиғәтенә битараф булмағандар был тәҡдимде күтәреп ала. Ә инде Ҡарасурина Алтынбикә инәй был акцияны эстафета итеп башҡа ауылдарға ла таратыуҙы тәҡдим итә.
“Саф ҡоҙоҡ” акцияһын ойоштор-ғандары һәм уңышлы атҡарып сыҡ-ҡандары, тыуған яҡ тәбиғәтен, тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға индергән тос хеҙмәттәре өсөн Ишейҙең бар урамдарына ла ойоштороу комитетынан Рәхмәт хаттары тапшырылды, акцияға ихлас ҡушылған, ҙур тырышлыҡ күрһәткән, күп көс һалған ғаиләләр ҙә билдәләнде.
Был акция «Ишей—Айыҡ ауыл 2020” төркөмөндә әүҙем яҡтыртылып барҙы. Шулай уҡ ҡоҙоҡтар менән бер рәттән йылға буйҙары ла таҙаланды. “Еңеү аллеяһы” тергеҙелде, “Ҡоролтай аллеяһы”, балалар майҙансығы булдырылды, хатта трансформаторҙар ҙа кәртәләнде.
Эстафета күршеләр менән йылы, дуҫтарса мөнәсәбәт урынлаштырырға мөмкинлек бирәсәк. Был акцияны күршеләребеҙ—Бетерә ауыл халҡы бик йылы ҡаршы алды, тапшырыу тантанаһы ике ауыл араһында—ҡарағай урманында барҙы. Ишейҙәр күстәнәскә ҡоҙоҡтарҙың һыуын һәм буҙа алып барып, эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Эстафетаны тапшырыу уйын-көлкө, йыр-бейеү менән үрелеп барҙы..
Шулай итеп, “Саф ҡоҙоҡ” эстафетаһы ышаныслы ҡулдарға күсте.
Земфира Таһирова.