Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
14 Ноябрь 2020, 14:50

Тырышлыҡ һәм әүҙемлек һөҙөмтәһе

Йылымдар 200 мең һумға мәктәп өсөн проектор, ултырғыстар, спорт һәм уйын майҙансыҡтары алған, 50 мең һумға ҡоҙоҡто төҙөкләндерелгән.

Төпкөлдә йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, Баймаҡ районының Йылым ауылы халҡы берҙәм һәм дәртле булыуҙары менән һоҡландыра. Тап ошо сифаттары уларға былтыр "Айыҡ ауыл" республика конкурсында еңеп сығырға ярҙам итә лә инде.
Республика Башлығы ҡулынан 250 мең һумлыҡ сертификат алған һәм махсус дипломға лайыҡ булған йылымдар был аҡсаны изге эшкә тотонорға ҡарар итеп, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр иҫтәлегенә мемориаль комплекс төҙөү тәҡдимен хуплай. Проекттың авторы – райондағы күренекле эшҡыуар Фаяз Ғәбиҙуллин. Тәүҙә ул обелисктың эскизын төҙөй, ауыл әүҙемселәре үҙ фатихаһын биргәс, эшкә тотона. Изге ғәмәлгә шулай уҡ крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Руслан Абдуллин, эшҡыуарҙар Йәмил Әхмәров, Тәнзилә Кейекбирҙина, “Ағинәйҙәр”, йәштәр ойошмалары һ.б. үҙ өлөшөн индерә.
Бар яҡлап ныҡлы уйланылған Хәтер һәм дан комплексының йылымдарҙың яратҡан урынына әүерелеренә шик юҡ. Мемориалға Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 52 ауылдаштың исем-шәрифе уйылып яҙылған. Шуларҙың 31-е генә тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан. Яугирҙәргә бәйле мәғлүмәттәр туплау менән Йылым мәктәбенең элекке директоры Ғәле Фәхретдинов ныҡлы шөғөлләнгән.
Ауыл халҡы был биләмәгә көҙ ағастар ултыртҡан, яҙ уны гөл-сәскәгә күмергә уйлайҙар. Стеланы бар ауылдаштарҙы, ҡунаҡтар йыйып асыу ниәте булһа ла, пандемия ҡамасаулаған. Шулай ҙа бөгөн мемориаль комплекс тантаналы асылды. Йылымдарҙың ҡыуанысын уртаҡлашырға Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина, мәғариф бүлеге етәксеһе Илдус Зәйнуллин, Ишбирҙе ауыл биләмәһе башлығы Гөлшат Иҫәндәүләтова, ауыл әүҙемселәре ҡатнашты.
Йылымдар шулай уҡ район хакимиәте бүлгән 200 мең һумға мәктәп өсөн проектор, ултырғыстар, спорт һәм уйын майҙансыҡтары алған. “Аныҡ эштәр” проекты буйынса бирелгән 50 мең һумға ҡоҙоҡто төҙөкләндерелгән.
Фото: Дмитрий Фадеев.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: