Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
21 Сентябрь 2020, 11:05

Халыҡ нимәгә ҡәнәғәтһеҙлек белдерә?

Урындағы халыҡ Рус баҡыр компанияһына тауҙы эшкәртеүгә бирергә ҡаршы. Улар Салауат ятҡылығында мәғдән сығарыу экологик йәһәттән зыян килтерәсәк – һыуҙар, йылғалар бысранасаҡ, йәнлектәр, үҫемлектәр юҡҡа сығасаҡ тип иҫәпләй.

Барыбыҙға ла мәғлүм: август айында Ҡуштау янында халыҡ йыйылып, ҙур тарихлы тауҙы эшкәртеүгә бирергә ҡаршы сығып, тауҙы һаҡлап ҡалғайны. Әлеге көндә Әбйәлил районы халҡы Ҡырҡты тауы янында ер ҡаҙып, баҡыр сығарыуҙарына ҡаршылыҡ белдерә.
Митинг кисә, йәғни 21 сентябрҙә үтте. Урындағы халыҡ Рус баҡыр компанияһына тауҙы эшкәртеүгә бирергә ҡаршы. Улар Салауат ятҡылығында мәғдән сығарыу экологик йәһәттән зыян килтерәсәк – һыуҙар, йылғалар бысранасаҡ, йәнлектәр, үҫемлектәр юҡҡа сығасаҡ тип иҫәпләй.
Акцияла Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө, Магнитогорск һәм башҡа райондан вәкилдәр булды, үҙ һүҙен әйтте.
Әбйәлил районы башлығы урынбаҫары белдереүенсә, әлеге мәлдә район биләмәһендә Рус баҡыр компанияһы эш алып бармай.
  • Башлыҡ Илдар Нафиҡов компания етәкселегенә мөрәжәғәт менән сыҡҡандан һуң, геологоразведка эше туҡтатылып, техникалар сығарылғайны, - ти Руслан Йосопов.
  • Мәғлүмәт һәм фото “Башинформ”дан алынды.