Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
7 Сентябрь 2020, 11:40

Баймаҡта—арена, Темәстә бассейн буласаҡ

Баймаҡ ҡалаһында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите”милли проектына ярашлы боҙ аренаһы һәм Темәстә бассейн менән бергә физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөләсәк.Был хаҡта район хакимиәте башлығы Ф.Әминев үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә хәбәр итте.

Баймаҡ ҡалаһында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите”милли проектына ярашлы боҙ аренаһы һәм Темәстә бассейн менән бергә физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөләсәк.
Был хаҡта район хакимиәте башлығы Ф.Әминев үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә хәбәр итте.
--Район халҡы өсөн, бигерәк тә спорт һөйөүселәргә яҡшы яңылыҡ: республика етәкселеге һәм Хөкүмәте ярҙамы менән Баймаҡ ҡалаһында боҙ аренаһын һәм Темәс ауылында бассейн менән бергә физкультура-һауыҡтырыу комплексын проектлау һәм төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Ике объект буйынса ла проект әҙерләү эштәре башланды. Бындай яуаплы бурысты беҙ уңышлы башҡарып сығырбыҙ һәм яңы матур спорт биналары тиҙ арала ҡалҡып сығыр, тип ышанам,--тип яҙҙы Фәнис Әминев.
#нацпроекты#миллипроекттар