Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
27 Август 2020, 11:00

Йәшәү шарттарын яҡшыртып

Баймаҡ районының Семеновск ауылында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы һыу торбалары яңыртыла.

Баймаҡ районының Семеновск ауылында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы һыу торбалары яңыртыла. Ауыл биләмәһе башлығы Рәсүл Сәлимов белдереүенсә, халыҡты таҙа эсәр һыу менән тәьмин итеү өсөн 200 метр тирәһе һыу торбалалары алмаштырыла. Был тәңгәлдә эштәрҙе көйләүгә Семенский руднигы һәм Екатеринбург сәнәғәт төркөмө матди ярҙам күрһәткән. Ауыл биләмәһенә ҡараған Монасип ауылы урамдарына заманса, энергияны аҙ ҡулланыусы лапмалар ҙа ҡуйыла.
#нацпроекты#миллипроекттар