Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
21 Август 2020, 12:35

Ҡаҙ ҙа бар, бал да бар

Кисә Сибайҙа "Урал аръяғы -2020" II Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы сиктәрендә "Ҡаҙ һәм бал" гастрономия фестивале үтте.

Ике көн барған "Урал аръяғы-2020" II Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы кисә үҙ эшен "Ҡаҙ һәм бал" гастрономия фестивале менән тамамланы.
Сарала Урал аръяғы райондары ҡуйған тирмәләрҙә халҡыбыҙҙың төп брендына әүерелгән бал һәм ҡымыҙҙан тыш, һөт, ит, икмәк ризыҡтарынан бай күргәҙмә урын алды. Шулай уҡ һәр төбәк үҙенә генә хас булған кәсеп-шөғөлдәрен, милли ризыҡтарын күрһәтте. Мәҫәлән, әбйәлилдәр һәм хәйбуллалар ҡорот эшләү серҙәре, уның төрҙәре менән таныштырһа, баймаҡтар республикала йылҡысылыҡ буйынса алдынғы булыуҙарына, иң шифалы, тәмле ҡымыҙҙы етештереүҙәренә йәнә бер тапҡыр инандырҙы.
Ә бына киң танылыу алған Бөрйән балы менән инвестиция һабантуйында ҡатнашҡандарҙы таныштырыу талап ителмәне - уны барыһы ла яҡшы белә. Бында, һис шикһеҙ, туризм үҫешенең, Шүлгәнташ мәмерйәһенең өлөшө ҙур. Тимәк, инвесторҙарҙы ла, туристарҙы ла төбәккә йәлеп итеү өсөн уларҙы ҡыҙыҡһындырған тәбиғәт кенә түгел, ә ошо ерҙә урындағы халыҡ етештергән сифатлы, таҙа аҙыҡ-түлектең дә булыуы мотлаҡ. Әлеге фестивалдә ҡатнашыусылар ризыҡты нисек әҙерләү, табынға ҡайһылай биреү, биҙәү кеүек һорауҙарға ла яуап алды.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров белдереүенсә, халҡыбыҙҙың балы күптән инде республиканың брендына әүерелгән, уны сит илдәрҙә лә яҡшы беләләр. Ә бына ҡаҙ үрсетеү менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙарҙы бар донъяға танытыу йәһәтенән күп эшләргә кәрәк әле. Ҡаҡланған, тултырылған ҡаҙ, уның итенән әҙерләнгән төрлө ризыҡ сит ил гастрономия бизнесында ла үҙ урынын табырға тейеш. Ошо йәһәттән тәүге аҙымдар яһалды ла инде кисәге "Ҡаҙ һәм бал" фестивалендә.