Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров һәм Сибай ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов төҙөләсәк балалар реабилитациялау үҙәге һәм "Шифа" балалар һауыҡтырыу лагеры төҙөлөшө башланыу йәһәтенән капсула һалды. Проект инициаторҙары: Сибай ҡала хакимиәте һәм Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы. Яңы сафҡа инәсәк реабилитация үҙәге Сибай ҡалаһында йәшәүсе һаулыҡ мөмкинлектәр сикләнгән балаларҙы ғына түгел, ә тотош Урап аръяғы райондарын да ҡабул итәсәк. Бөгөнгө көндә Сибайҙа һәм уға яҡын райондарҙа 700-ҙән ашыу инвалид бала һәм үҫмер иҫәпләнә, 2 300-гә яҡын мөмкинлектәре сикләнгәндәр.Уларҙың һәр береһенең үҙенә генә хас ауырлыҡтары, хәл итәһе мәсьәләләре етәрлек.
Үҙәктә үҙенсәлекле балаларҙы төрлө яҡлап мөмкинлектәрен үҫтереү һәм реабилитациялау өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙырыласаҡ. Үҙәктең сафҡа инеүе Сибай ҡалаһы өсөн социаль йүнәлештәге проекттарҙың тормошҡа ашыуына бер этәргес булып торасаҡ. Төҙөләсәк объекттың йәмле Төйәләҫ йылғаһы буйында урынлашыуы һәм ҡаланан алыҫ булмауы ла бында килеүселәргә уңайлы буласаҡ. Әле төҙөләсәк үҙәк урынында "Шифа" балалар һауыҡтырыу лагеры урынлашҡан. Киләсәктә уны йыл әйләнәһенә балаларҙы ҡабул итеү маҡсатында ҡала хакимиәте уны яңыртыу һәм йәшәү корпустарын арттырыу теләге менән яна.