Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
19 Август 2020, 13:45

Таулы халҡына ҙур бүләк

Сибай ҡалаһындағы эш сәфәрен Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Таулы ҡасабаһындағы "Ирәндек" күп функциялы клуб асыуҙан башланы. Йәштәр һәм үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән клуб заман талаптарына ярашлы йыһазландырылған. Бында уларҙың ялын ойоштороу, спорт менән шөғөлләнеү, сәләмәт тормош рәүешен алып барыу, ижади оҫталыҡтарын үҫтереү өсөн бар уңайлыҡтар бар. Теләүселәр өсөн тренажер, спорт күнекмәләре залдары урын алған. Клуб янындағы майҙансыҡта асыҡ сәхнә урынлашҡан.Радий Хәбиров таулыларҙың шатлығын уртаҡлашты һәм үҙ теләктәрен еткерҙе.

Сибай ҡалаһындағы эш сәфәрен Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Таулы ҡасабаһындағы "Ирәндек" күп функциялы клуб асыуҙан башланы. Йәштәр һәм үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән клуб заман талаптарына ярашлы йыһазландырылған. Бында уларҙың ялын ойоштороу, спорт менән шөғөлләнеү, сәләмәт тормош рәүешен алып барыу, ижади оҫталыҡтарын үҫтереү өсөн бар уңайлыҡтар бар. Теләүселәр өсөн тренажер, спорт күнекмәләре залдары урын алған. Клуб янындағы майҙансыҡта асыҡ сәхнә урынлашҡан.
Радий Хәбиров таулыларҙың шатлығын уртаҡлашты һәм үҙ теләктәрен еткерҙе.
--Башлыҡ булып эш башлағандан алып республика буйынса иң күп килгән ҡалаларҙың береһе ул--Сибай. Тәүге осорҙа ҡаланың проблемалары, уның экологик хәле сәбәпле йыш йөрөргә тура килһә, бөгөн иһә сибайҙарҙың ҡыуанысын уртаҡлаша алыуым менән шатмын. Артабан дә ҡала үҫешһен, сәскә атһын өсөн бар тырышлығыбыҙҙы һаласаҡбыҙ.
Таулыларҙың шатлығын бүлешергә күршеләре--Көньяҡ биҫтәһендә йәшәүселәр ҙә килде. Улар төбәк Башлығынан үҙҙәрендә лә балалар майҙансығын асырға һораны. Сибай ҡалаһы башлығы Рөстәм Абзалов яҡын арала был һорауҙың хәл итеүен вәғәҙәләне.
Фото Башинформдан.