Рәсәй Хөкүмәте яңы мәктәп автобустары һатып алыу өсөн өҫтәлмә рәүештә 5 миллиард һум аҡса бүлергә ҡарар итте. Бындай тәҡдим менән уларға "Берҙәм Рәсәй" партияһы сыҡҡан һәм партияның Генераль советы секретары Андрей Турчак етәкселеккә рәхмәтен белдерҙе.
--Мәктәп автобустары ауыл ерлегендә әүҙем ҡулланыла. Әммә әле автопаркта башлыса иҫке машиналар, уларҙы файҙаланыу срогы сығып бара. Хөкүмәт беҙҙең инициативаны хуплауына шатбыҙ. Өҫтәлмә рәүештә 5 миллиард һумдың бүленеүе 2 мең яңы автобус алырға мөмкинлек бирә. Тимәк, балаларҙы ташыу хәүефһеҙ ҙә, уңайлы ла буласаҡ. Икенсенән, үҙебеҙҙең ил автопромына ярҙам да була,--тип белдерә Турчак.