Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
7 Август 2020, 11:45

Тегенселәр етешмәй

Йылайыр районының Яманһаҙ ауылында еңел сәнәғәт объекттарының береһе--“Колибри” йәмғиәте “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүлеккә булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы тегеү цехын ойошторған. Яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтте етәкләгән Л.Ш Заһитованың бындай цехтары Урал аръяғының бер нисә ауылында уңышлы эшләп килә.

--Яманһаҙҙа цех асылыу күптәргә эш урыны булдырҙы. Берҙәм, татыу коллектив тупланды. Шулай ҙа тегенселәр етешмәгәнлектән, бер нисә тегеү машинкаһы буш тора. Ситтән килеүсе оҫталарға йәшәү урыны булдырырға, башҡа мәсьәләләрҙе хәл итергә әҙербеҙ,--ти Яманһаҙ тегеү цехы етәксеһе Г.Р.Бәхтийәрова.
#нацпроекты#миллипроекттар