Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
27 Июль 2020, 17:40

Андрей Назаров: " Уңайлылыҡ һәм хәүефһеҙлек булдырыу зарур"

--Был юлды хәүефһеҙ итергә кәрәк, -- тине Андрей Назаров. - Кеше үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуймаһын. Уңайлылыҡ һәм хәүефһеҙлек булдырайыҡ.

Андрей Назаров: " Уңайлылыҡ һәм хәүефһеҙлек булдырыу зарур"
Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендә төбәктәге юлдар ремонты буйынса кәңәшмә үтте.
Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаев белдереүенсә, бөгөнгө көнгә юл инфраструктураһындағы эште планлаштырыу һәм контроль системаһындағы юлдарҙағы 218 536 дефектға оцифровка эшләнгән, уларҙың 194 369-ы ремонтланған. Был 88,9 процентты тәшкил итә. Төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге юлдарҙа 102 184 оцифровка эшләнгән, шуның 97 746-һында дефект ремонтланған, был - 94, 7 %. Урындағы әһәмиәткә эйә юлдарҙа 115 532 оцифровка эшләнгән, уның 96 630-ы ремонтланған.
- Бөтә муниципалитеттарҙа оцифровка һәм соҡор ямау эштәре бара. Шулай ҙа Благовещенск, Борай райондарын, Стәрлетамаҡ ҡалаһын айырып әйтер инем, - тине Алан Марзаев.
Видеокәңәшмә формаһында барған сарала Андрей Назаров ихаталарҙа соҡорҙар ремонтына айырыуса иғтибарлы булырға саҡырҙы.
Кәңәшмәлә шулай уҡ Меләүез станцияһы янында тимер-юл аша үткән юлды асыу мәсьәләһен күтәрҙеләр. Ул 1998 йылда ябылған. Әммә халыҡ уның аша йөрөүен дауам итә.
--Был юлды хәүефһеҙ итергә кәрәк, -- тине Андрей Назаров. - Кеше үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуймаһын. Уңайлылыҡ һәм хәүефһеҙлек булдырайыҡ.
Ошо мәсьәлә буйынса киләһе аҙнала Куйбышев тимер юл вәкилдәре ҡатнашлығында кәңәшмә үтәсәк.
Читайте нас: