Йылайыр районының Ленин урамының 115-се йортона “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә капиталь ремонт уҙғарыла. Подрядсы ойошма төҙөүселәре күп ҡатлы йортто тулыһынса ремонтлауға 2019 йыл аҙағында тотонған. Әлеге ваҡытта торлаҡ тулыһынса нығытылған һәм штукатурлау эштәре дауам итә. Район үҙәгендәге күп фатирлы өйҙөң дөйөм милкен ремонтлауға капиталь ремонт буйынса төбәк операторынан 2,5 миллион һум аҡса бүленгән.