Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
22 Июль 2020, 21:15

ТАУЛЫлар клублы булды

Әйткәндәй, яңы төҙөкләндерелгән "Ирәндек" клубын 22 августа, Сибай үҙенең юбилейын билдәләгән көндә, асыу планлаштырыла. Өр-яңы бинаның үҙ амфитеатры, сәхнәһе буласаҡ, балалар өсөн уйын майҙансығы, спорт тренажерҙары урынлаштырылған майҙансыҡ та урын аласаҡ. Шулай уҡ...

Тиҙҙән үҙенең 65 йыллыҡ күркәм юбилейын ҡаршыларға йыйынған Сибай ҡалаһы көндән-көн матурлана. Шуныһы ҡыуаныслы: ҡаланан ситтә урынлашҡан ҡасаба һәм яңы биҫтәләргә ла иғтибар арта, унда йәшәүселәргә йәшәү өсөн шарттар булдырыла.
Таулы ҡасабаһы--ҡаланан бер яҡ ситтәрәк урынлашҡан, күбеһенсә шәхси йорттарҙан торған иң тәүге ҡасабаларҙың береһе. Шуға күрә бында йәшәүселәр йылдар дауамында иғтибарҙан ситтә ҡала килә, социаль инфрастуктура ла үҫешмәгән. Һуңғы йылдарҙа ҡасабала ҙур үҙгәрештәр күҙәтелә, ниһайәт, таусылар өсөн йәшәү шарттары яҡшыра, юлдарға асфальт һалына, урамдар төҙөкләндерелә. Элекке "Ирәндек" кинотеатры ҡайтанан рекеонструкциялана, бында халыҡтың ялын ойоштороу өсөн мәҙәни һәм ял үҙәге эш башлаясаҡ. Шулай уҡ балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөлдө, улар янына урам тренажерҙары урынлаштырылды. Хәҙер ҡасабала йәшәүселәр балалары менән берлектә рәхәтләнеп ял итеп, сәләмәтлектәрен нығыта ала. Спорт майҙансығында волейбол буйынса дуҫтарса саралар үтә, ҡаланың башҡа биҫтәһендә йәшәүселәр үҙ-ара ярыш үткәрә.
Ҡасабаның төп урамдарын тәшкил иткән Таулы һәм Баймаҡ урамдарына өр-яңы асфальт түшәлгән, видеокүҙәтеү урынлаштырған, юл билдәләре ҡуйылған. Баймаҡ урамында яңы күпер төҙөлгән, "Аныҡ эштәр" программаһына ярашлы, бер нисә урамға "Ильич лампалары" эленгән.
Әйткәндәй, яңы төҙөкләндерелгән "Ирәндек" клубын 22 августа, Сибай үҙенең юбилейын билдәләгән көндә, асыу планлаштырыла. Өр-яңы бинаның үҙ амфитеатры, сәхнәһе буласаҡ, балалар өсөн уйын майҙансығы, спорт тренажерҙары урынлаштырылған майҙансыҡ та урын аласаҡ. Шулай уҡ клубта "Тиҫтер" үҫмерҙәр үҙәге менән берлектә спорт, бейеү, ижад йүнәлешендә төрлө эштәр алып барыу ҡарала. Буласаҡ ил һаҡсылары өсөн хәрби-патриотик клуб та тап ошонда урынлашасаҡ. Иң мөһиме- Таулыла йәшәүселәрҙең барыһының да һәр көнө ҡыҙыҡлы һәм файҙалы үтһен өсөн бар шарттар тыуҙырыла.