Башҡортостан Республикаһында Зауыҡлы биләмәләр йылы уңайынан эштәр дауам итә.
Ауыл һәм ҡалалар яңы төҫ алһын өсөн тәү сиратта газондарға, тротуарҙарға, кәртәләүҙәргә, урамдарҙағы яҡтыртыу ҡоролмаларына иғтибар итеү зарур. Муниципаль берәмектәрҙә ошо тәңгәлдә эш ойошторолған. Республика буйынса заборҙар (163 км) ремонтланған. Бигерәк тә төп юл ситендә урынлашҡан кәртәләүҙәр берҙәм стиль ала башланы.
Газондар яңыра. 26 муниципалитетта дөйөм алғанда 128 мең метр квадраттан ашыу майҙанды тәшкил иткән ерҙә яңы газон эшләнгән, йә ремонтланған. Үҙәк урамдарҙа түтәлдәр яңыртылған, ихата араларында ла улар барлыҡҡа килгән.
Тротуарҙар ҙа ситтә ҡалмай, 23 километр ремонтланған.
Таҙалыҡ көндәре уҙғарыла. Муниципаль берәмектәрҙә 700 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Барлығы 17 мең тоннанан ашыу ҡый-һай сығарылған.
Зауыҡлы биләмәләр йылында һәйкәл, обелисктарға ла иғтибар артты. Әле 350 иҫтәлекле урын тәртипкә килтерелгән.