Баймаҡ районы хакимиәтендә үткән сираттағы “ Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә 4 проект ҡаралды. “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүлеккә булышлыҡ итеү”милли проекты сиктәрендә ойошторолған сарала Сибай эшҡыуары плиткә өсөн таш сығарыу һәм уны комплекслы эшкәртеү өсөн Темәс ауылынан ер участкаһы бүлеү мәсьәләһендә консультация ярҙамы һорап мөрәжәғәт итте.
Яңы үҙ эшен башлап тороусы Ишмырҙа ауылында пекарня асыу планы менән Баймаҡ районының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү программаһында ҡатнашырға теләүен белдерҙе.
Өсөнсө проектты “Алтын ҡом” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тәҡдим итте. Семеновский алтын йыуыу фабрикаһының составында алтын булған ҡалдыҡтарын эшкәртеү өсөн ошо ауыл биләмәһенә ер участкаһы бүлеүҙе үтенде. Баймаҡта коворкинг үҙәге асырға теләгән эшҡыуар ҙа финанс һәм консультация ярҙамы һорай.
Бөтә үтенестәрҙе лә тыңлағандан һуң район хакимиәте башлығы Ф.Әминев һәр проектҡа ҡағылышлы тәҡдимдәрен әйтте, яуаплыларҙы билдәләне, ваҡыт бирҙе.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыу өсөн район иҡтисадына инвестициялар йәлеп итерҙәй һәм уны үҫтереүгә булышлыҡ итерҙәй эшлекле кешеләрҙе көтөп ҡалалар.
Сарала ҡатнашыу өсөн Башҡортостан Республикаһының инвестицион порталының https://investrb.ru/, bizrb.ru рәсми сайты һылтанмаһы аша “Эшҡыуарлыҡ сәғәте/Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмәгендә эшҡыуарлыҡ сәғәтендә ҡатнашыу өсөн заявка” бүлегенә инергә, ундағы заявканы тултырғандан һуң “ебәрергә” кнопкаһына баҫырға кәрәк. Йә булмаһа район хакимиәтенең инвестицион уполномоченныйы төркөмө аша яҙылырға, 8(34751)3-10-15 телефоны шылтыратып, проекттың тәғәйенләнешен, төбәк өсөн мөһимлеген аңлатырға була.
#нацпроекты#миллипроекттар