Шәхси йортта тәртип тупһанан башланһа, күп фатирлы ҡатлы йорттарҙа ул подъездан башлана. Ошонан сығып Хәйбулла районында подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһы әүҙем тормошҡа ашырыла.
--Быйыл “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә Аҡъяр, Бүребай, Татыр-Үҙәк ауылдарында 5 күп ҡатлы йорттоң 10 подъезын рәткә килтереләсәк,--тип белдерҙе үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.
Төҙөкләндереү барышында йорттарҙың тамбурҙары ишектәре яңыртыласаҡ, беренсе ҡаттың иҙәненә плитә түшәләсәк, стеналарҙы буяу, тәҙрәләрҙе һәм почта йәшниктәрен алмаштырыу ҡаралған.
#нацпроекты#миллипроекттар