АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
2 Июнь 2020, 20:10

Әбештәр һоҡланыу уята!

Хәйбулла районы Әбеш ауылы биләмәһендә егәрле, берҙәм халыҡ йәшәй. Беҙ уларҙың социаль селтәрҙәге сәхифәһен ҡарап, күҙәтеп барабыҙ һәм һоҡланыуыбыҙҙы йәшерә алмайбыҙ. Май айы дауамында, уға тиклем дә бында өмәләр уҙғарылды.

Илебеҙҙә генә түгел, донъяла киҙеүҙең ҡоторған мәле. Күп кенә төбәктәрҙә үҙизоляция һәм һаҡланыу саралары күрелә. Осрашыуҙар, төрлө кисәләр, спорт һәм мәҙәни саралар тыйылған, уҡыусылар дистанцион уҡыуҙы тамамлай, бәләкәстәр балалар баҡсаһына йөрөмәй, күптәр өйҙән генә эшләүен дауам итә... Күмәк кешенең бер урынға йыйылыуы сирҙең таралыуына сәбәпсе булыуы бик ихтимал, шуға ла мөмкин тиклем йыйылыштар тыйыла. Әммә, нисек кенә хәүефле булмаһын, тормош дауам итә, иртәгәгә ҡалдырып булмаҫлыҡ эштәр ҙә бар. Мәҫәлән, ауыл хужалығы...Баҫыуҙарҙа ҡыҙыу осор. Ғөмүмән, ауылдарҙа тормош ҡайнай. Бер нисәүһенә байҡау яһайыҡ.
Хәйбулла районы Әбеш ауылы биләмәһендә егәрле, берҙәм халыҡ йәшәй. Беҙ уларҙың социаль селтәрҙәге сәхифәһен ҡарап, күҙәтеп барабыҙ һәм һоҡланыуыбыҙҙы йәшерә алмайбыҙ. Май айы дауамында, уға тиклем дә бында өмәләр уҙғарылды. Ҙур Арыҫланғол ауылы халҡы ауылға ингән ерҙе тулыһынса тәртипкә килетереп, таҙартып ҡуйҙы. Ә Пионерҙар көнөндә Вәзәм ауылының элекке пионерҙары «Һәр ваҡыт әҙер» девизын алға ҡуйып, дәррәү генә өмәгә сыҡты һәм Вәзәм йылғаһы буйын таҙаланы. Изге Ураҙа байрамы алдынан Әбеш ауылы ир-егеттәре зыяратты, юл буйын тәртипкә килтерҙе.
Уҙған йыл Наҙарғол ауылы халҡы Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы сиктәрендә үҙ ауылындағы зыяратты кәртәләүгә өлгәшкәйне. Быйыл был проектта Вәзәм ауылы халҡы еңеү яулаған. Улар күптән түгел ауыл клубының тамаша залына ремонт эшләне. Әйткәндәй, бик матур килеп сыҡҡан.
Әбеш ауыл биләмәһе халҡы районда, республикала уҙғарылған төрлө онлайн-сараларҙа ла бик әүҙем ҡатнаша. Шундай берҙәм, ихлас халыҡ йәшәгән төбәктең киләсәге яҡшы булыуына өмөт ҙур.