Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
1 Июнь 2020, 11:35

Төбәктә юлдар рәтләнә

Хәйбулла районында муниципаль-ара юлдар төҙөкләндерелә. Райондың юлдарҙы ремонтлау һәм төҙөү идаралығы эшселәре Садовый-Ивановка, Переволочан-Байғусҡар ауылдары араһындағы юлдарҙың профилен тергеҙгән. Дөйөм алғанда ҡырсын түшәлгән 20 саҡрым арауыҡта ремонт эштәре атҡарылған.

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары”милли проекты сиктәрендә Хәйбулла районында муниципаль-ара юлдар төҙөкләндерелә. Райондың юлдарҙы ремонтлау һәм төҙөү идаралығы эшселәре Садовый-Ивановка, Переволочан-Байғусҡар ауылдары араһындағы юлдарҙың профилен тергеҙгән. Дөйөм алғанда ҡырсын түшәлгән 20 саҡрым арауыҡта ремонт эштәре атҡарылған.
Аҡъярҙан Садовый, Йәнтеш ауылдарына сыҡҡан яҡтағы юлдар, шул иҫәптән өйрөлтмәктең асфальт-бетон япмаһының ашалған урындары тергеҙелгән.
Аҡъяр-Әбеш юлының Үрнәк ауылынан Әбешкә тиклемге участкаһында ла ремонт эштәре дауам итә.
#нацпроекты#миллипроекттар