Хәйбулла районы Татыр-Үҙәк ауылында йәшәүселәр 9 Май-Еңеү көнөн лайыҡлы ҡаршы алырға йыйына. Улар төбәктәге буш торған биналарҙың киң стеналарына Бөйөк Ватан һуғышы, Еңеү темаларына һүрәттәр эшләп сыҡҡан. Был еңеүселәргә рәхмәт белдереү, ихтирам күрһәтеү генә түгел, ә тәрбиә алымы ла.