Баймаҡ районы Билал ауылында "Һеҙ китапханаға килмәһәгеҙ, китап һеҙгә бара" исемле өр-яңы проект старт алды һәм китап таратыусы йәш ирекмәндәр барлыҡҡа килде.
Ошоға тиклем дә Билал ауыл китапханаһы оло йәштәгеләр, физик мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең өйҙәренә барып китап ҡалдыра ине. Бөгөнгө үҙҡурсалау ваҡытында китапхананың китап уҡыусыларын кәметмәү маҡсатынан ойошторолған проект отошло булып сыҡты һәм ул үҙ-үҙен аҡланы. Сөнки китапханаға ғариза биреүселәр көндән-көн күбәйә.
Ә был проект нисек ойошторолдо һуң? Иң тәүҙә ирекмән булырға теләүсе йәштәрҙең фекере иҫәпкә алынды. Улар--Өфө киң профелле колледж студенты Артур Ғайсин, Өфө медицина колледженың студенткаһы Ләйсән Булатова.
Артабан китап уҡыусыларҙан телефон аша ғаризалар ҡабул ителде.
Уларға ирекмәндәр килеүе хаҡында телефон аша алдан хәбәр ителде. Китап уҡыусылар китапхананан быға ҡәҙәр алған китаптарын үҙҙәренең почта йәшнигенә, йә баҡса рәшәткәһенә пакет менән сығарып ҡуя, ирекмәндәр һалынғанды ала ла урынына үҙҙәре алып барған китаптарҙы һалып китә. Шулай итеп, беҙҙең билалдар китап уҡый. Бөгөнгө көндә китап уҡырға теләүселәрҙән телефон аша ғаризалар ҡабул итеү дауам итә.
Райхана Булатова, Билал ауылы китапханасыһы.