Йылайыр районы ауылдарында йәшәүсе 600-ҙан ашыу кеше быйылғы йылдың тәүге өмәһенә сыҡты. Биләмәләрҙең санитар-эпидемиологик торошон яҡшыртыу маҡсатында һәм “Экология” милли проекты сиктәрендә уҙғарылған Таҙалыҡ көнөнә Йылайыр ауылының бөтә учреждение, ойошмалары хеҙмәткәрҙәре дәррәү ҡушылды. Был төбәккә яҙ һуңлабыраҡ килгәнлектән, күптәр ҡар өйөмдәрен таратыу, боҙҙарҙы ватыу, сүп-сар йыйыу менән булышты.