Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
17 Февраль 2020, 18:40

Атанан күргән—уҡ юнған

Был төбәк халҡы электән күпләп мал-тыуар тота, баҡса тултырып картуф сәсә, умартасылыҡ менән шөғөлләнә, туристик база аса, ҡыҫҡаһы, һәр ҡайһыһы эшкә маһир, гөрләтеп донъя көтә.

Хәйбулла районының иң күркәм ауылдарының береһе - Һаҡмар-Наҙарғол ауылы “Айыҡ ауыл” конкурсының район этабында еңеп, республика конкурсында ҡатнашырға ниәтләй. Ауылда сәләмәт, айыҡ йәшәү рәуешен пропагандалаусы төрлө саралар йыш үткәрелеп тора. Ғөмүмән алғанда, был ауыл халҡы һәр йүнәлештә лә әүҙем. Ауылда“Атанан күргән - уҡ юнған” девизы аҫтында үткәрелгән сара ошоға асыҡ миҫал. Был сараның ҡатнашыусылары тик ир-егеттәр булыуы үҙенсәлекле.
Кемдер күпләп мал-тыуар тота, кемдер баҡса тултырып картуф сәсә, ҡайһылары умартасылыҡ менән шөғөлләнә, берәүҙәре туристик база асҡан, ҡыҫҡаһы, һәр ҡайһыһы эшкә маһир, гөрләтеп донъя көтә. Ҡунаҡтарҙы ауыл осонда егеүле аттар ҡаршы алып урам буйлап экскурсияла йөрөтөүҙәре бик үҙенсәлекле булды. Сарала ҡатнашыусылар конкурсанттарҙың ихатаһында булып шөғөлдәре менән танышты, ауыл клубы фойеһында ҡуйылған күргәҙмәләрен, сығыштарын ҡараны. Сара район ағинәйҙәре етәксеһе Минзифа Ибраһим ҡыҙы тарафынан ойошторолған “Алтын тирмә” уйыны менән тамамланды.