Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
17 Февраль 2020, 13:50

Ҡаҙырша мәсете Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекты

Ҡаҙырша мәсете менән бергә Йылайыр районындағы тағы ике изге йорт – Яңы Александровкалағы һәм Кананикольскиҙағы сиркәүҙәр һәм Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылындағы боронғо мәсет тә дәүләт ҡурсаулығына алынды.

Йылайыр районында урынлашҡан боронғо Ҡаҙырша мәсете Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә индерелде.
Был хаҡта Республика күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау үҙәге етәксеһе Данир Ғәйнуллин белдерҙе.
--Студент саҡта 1992 йылда Ҡаҙырша ауылына ҡунаҡта булдыҡ. Шул ваҡытта ауылда боронғо мәсетте күреп иҫем киткәйне. Совет заманында мәсеттәр юҡ кимәлендә ине ул саҡта. Манараһын ҡолатып, уларҙы мәктәп, келәт, колхоз идараһы итеп үҙгәртеп бөткәйнеләр. Ҡаҙырша мәсете лә клуб итеп файҙаланала ине. Әммә халыҡ уның күп ҡырлы манараһын да, айын да һаҡлап ҡала алған, бина архитектура йәһәтенән дә үҙгәреш кисермәгәйне.
Ошоно хәтерҙә тотоп, 2018-2019 йылдарҙа Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге тарихсыларын һәм архитекторҙарын Ҡаҙыршаға ебәрҙем. Беҙҙең белгестәр мәсеттең документтарын әҙерләп, уны асыҡланған мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә индереүгә өлгәште. Тарихи-мәҙәни экспертиза һөҙөмтәләрен һуңынан РФ Мәҙәниәт министрлығы аттестацияһын алған эксперттар ҙа раҫланы һәм әле был тарихи-мәҙәни ҡомартҡы Берҙәм дәүләт мәҙәни мираҫ объекттары реестрына индерелде.
Әйткәндәй, Ҡаҙырша мәсете менән бергә Йылайыр районындағы тағы ике изге йорт – Яңы Александровкалағы һәм Кананикольскиҙағы сиркәүҙәр һәм Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылындағы боронғо мәсет тә дәүләт ҡурсаулығына алынды.