Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
12 Февраль 2020, 12:25

ЙЫЛЫМДАР ӨЛГӨ КҮРҺӘТӘ

Баймаҡ районының ауыл старосталары Йылымға йыйылды...

Билдәле булыуынса, республикабыҙҙа “Айыҡ ауыл” конкурсы бара. Баймаҡ районы Йылым ауылы әлеге сарала ҡатнашты һәм районда тәүге урынға сыҡты. Улар республикала төбәк намыҫын яҡлаясаҡ.
Күптән түгел Йылым ауылы башҡа ауыл старосталарын үҙенә йыйҙы һәм эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Ишмөхәмәт ауылы старостаһы Сынбулат Ярмуллин унда ҡатнашып ҡайтҡас тәьҫораттарын ауыл халҡына еткерҙе.
“Айыҡ ауыл” конкурсының район этабында еңеү яулаусы ауылда уҙғарылған йыйынға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Рәсих Әғзәм улы Хәмитов, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ришат Вәкил улы Ишембәтов, Баймаҡ муниципаль район Советы секретары ярҙамсыһы Нурия Шамил ҡыҙы Сирбаева ла саҡырылған. Ишбирҙе ауылы биләмәһе башлығы Гөлшат Рәмзә ҡыҙы Иҫәндәүләтова, Йылым ауылы старостаһы Юлдаш Юнир улы Кейекбирҙин етәкселегендә уҙғарылған сара юғары кимәлдә үткән. Ҡышын үҙ эсенә йыйған тирмәнән милли рух бөркөлһә, тышта старосталар араһында уҙғарылған спартакиада ҡыҙыҡлы һәм сәмле үтә. Ҡатнашыусылар “Дуҫлыҡ”, “Шатлыҡ” һәм “Етеҙҙәр” командаларына бүленеп, эстафета уйындарында үҙ таҫыллығын һынай. Һөҙөмтәлә, “Етеҙҙәр” –I, “Шатлыҡ”--II, “Дуҫлыҡ”—III урын яулай.
Баймаҡ районы старосталары Йылымда булып, уларҙың лайыҡлы рәүештә тәүге урынға сығыуынан инанып, йылымдар кеүек әүҙем эш алып барыу кәрәклеген төшөнөп таралышҡан.
Йылымдарға уңыштар һәм еңеү теләйек!
Хазина Исҡужина.
Баймаҡ районы Ишмөхәмәт ауылы.