Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
8 Февраль 2020, 12:20

Старосталар сәләмәт тормош яҡлы

Баймаҡ районы хакимиәте, район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты, Ишбирҙе ауылы биләмәһе берлектә "Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә асыҡ сара үткәрҙе.

Баймаҡ районы хакимиәте, район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты, Ишбирҙе ауылы биләмәһе берлектә "Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә асыҡ сара үткәрҙе. Унда район ауылдары старосталары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары Рәсих Хәмитов ҡатнашты. Эшлекле шарттарҙа үткән осрашыу спорт ярыштары менән үрелеп барҙы. Хеҙмәттәрендә уңыштарға өлгәшеүсе ауыл старосталарына Почет грамоталары тапшырылды.