Хәйбулла районы Бүребай ауылында йәшәүсе Ринат һәм Гөлфизәләрҙең ғаиләһендә яңы йыл һөйөнөслө ваҡиға менән башланды. Йылдың тәүге көнөндә уларҙың игеҙәк улдары - Даян менән Раян донъяға ауаз һалды. Быйыл тап Хәйбулла игеҙәктәре Ҡыуатов исемендәге дауахананаң балалар табыу йортоноң иң беренсе тыуған сабыйҙары һәм республикала тыуған иң тәүге игеҙәктәр.
Бер ваҡытта тыуған сабыйҙар бер-береһенә шул тиклем оҡшаған, ҡайһы саҡта үҙебеҙ ҙә яңлышып китәбеҙ,-- бәпестәрҙең әсәһе ти Гөлфизә. --Игеҙәк малайҙарҙы өлкән ағалары Динияр һәм апайары Хазина түҙемһеҙлек менән көтөп алды, ҡустыларын ҡарашыуҙа ярҙам итәләр.
Ошо көндәрҙә сабыйҙарҙың ата-әсәһен Хәйбулла районының ЗАГС бүлеге начальнигы Заһира Биккинина, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Сәлимә Байгилдина ҡотлап иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Әйткәндәй, уҙған йылда Хәйбулла районында алты игеҙәк тыуған. Даян менән Раян - ағымдағы йылдың тәүге игеҙәктәре. Хәйбуллалар “Демография” милли проектын шулай уңышлы тормошҡа ашыра.
#нацпроекты#миллипроекттар