Йылайыр районының “Йылайыр урман хужалығы” һәм “Урман хужалыҡтары менән идара итеү” учреждениеһының Йылайыр урмансылығы буйынса бүлеге 2019 йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Сарала шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы белгестәре ҡатнашты.
Тармаҡ хеҙмәткәрҙәре былтыр уңышлы эшләп алдарына алған пландарын тултырып үтәгән. 2020 йылда ла улар алдына ошо темты кәметмәй эшләү бурысы ҡуйыла.
Эшлекле ултырыш һуңында Йылайыр районы хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Рәхмәт хаттары тапшырҙы.