Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
7 Ноябрь 2019, 12:30

Аҡбуҙ ҡайтты һәйкәл булып

Ниһайәт, кисә кис Бөрйәнгә Аҡбуҙат ҡайтты. Эпостарҙа данланған йыһан аты Кәҫле заводында суйындан ҡойолған.

Ниһайәт, кисә кис Бөрйәнгә Аҡбуҙат ҡайтты. Эпостарҙа данланған йыһан аты Кәҫле заводында суйындан ҡойолған, Йылҡысыҡҡан күле янына уны ауыр йөк ташыусы машинала—тягач килтергәндәр. Бөгөн Аҡбуҙатты постаментҡа күтәреп урынлаштырасаҡтар.
«Урал батыр» һәм «Аҡбуҙат» эпостарында һүрәтләнгәнсә мифик ат көмөшкә буялған, ҡеүәтле ҡанатлы, булат ҡылыслы.
Башҡорт халҡының эпик әҫәрҙәренә ҡуйылған тәүге һәйкәл барыһына ла оҡшар һәм Башҡортостандың халыҡты үҙенә тартып торған иң күркәм урындарының береһенә әүерелер, тип ышанабыҙ.