Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
1 Ноябрь 2019, 16:27

ЙЫРЛАП АСЫЛА КҮҢЕЛ

Баймаҡ районының Ишей ауылы халҡы беҙҙе һәр ваҡыт матур сара ойоштороп ҡаршы ала. Был юлы улар “Йырсы ауыл” республика конкурсына ихлас ҡушылып, концерт ҡуйҙы.

Баймаҡ районының Ишей ауылы халҡы беҙҙе һәр ваҡыт матур сара ойоштороп ҡаршы ала. Был юлы улар “Йырсы ауыл” республика конкурсына ихлас ҡушылып, концерт ҡуйҙы. Ишейҙәр күңелдең тик йырҙан асылыуын, дәрт артыуын яҡшы белә. Былтыр спектакль ҡуйғанда ир-егет ролендә ҡатын-ҡыҙ кейенеп уйнап йөрөгәс, был тарафтарҙа көслө затҡа ҡытлыҡтыр, тип уйлағайныҡ. Быйыл барһаҡ, ир-егеттәр сәхнә түрендә оҙон көйҙәр һуҙып тормаһындармы? Ҡатын-ҡыҙ тыумыштан хисле, уларҙың да йыр бәйгеһенән ситтә ҡалмауы бик хуп. Үҙҙәренең гармунсылары булыуы шәп бит әле ул! Гармунсы Таһир Ҡарасурин һәр йыр һуҙыусының моңон эләктереп алыуға әүәҫ. Үҙе лә йырға маһир, тауышы бик матур. Йыһаннур Ҡарасурин башҡарған “Раушаниям, бәғерем” йыры күптәрҙе йәшлектәренә алып ҡайтһа, Хөсәйен Рәхмәтуллиндың да тауышы моңландырҙы.
Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ағинәйҙәр ансамбле сығыштары, Венера Ҡасҡынова, Хәлиҙә һәм Әлфирә Абдуллиналар, Таңһылыу Иҫәнбаева, Рәмзиә Харламоваларҙың да яңғыҙ башҡарған йырҙар ҙа күңелдәргә ятты. Афарин, ишейҙәр!